Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
11 Октябрь 2023, 16:50

Тыныс йоҡла, батыр!

Батыр яугир Йәлил Ҡаҙаҡбаевты мәңгелеккә юғалттыҡ. Батырҙарса һәләк булған яугир Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Беҙ ҡаһарман яҡташыбыҙҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, улар менән бергә хәсрәт утында янабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр! Һин беҙҙең хәтерҙә мәңгелеккә һаҡланырһың. Күккә олғашҡан рухың тыныс булһын! 

Тыныс йоҡла, батыр!
Тыныс йоҡла, батыр!

Район хакимәте башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙың туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.

- Махсус хәрби операция барышында Йәлил Әхтәм улының ғүмере өҙөлдө. Яу бурысын үтәгән яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу барыбыҙ өсөн дә бик ауыр ҡайғы һәм бөтә район, бөтә республика, бөтә ил өсөн оло юғалтыу.

Йәлил Ҡаҙаҡбаев көслө, рухлы ир-егет, ысын патриот булараҡ, илебеҙҙең именлегенә хәүеф янаған ваҡытта ситтә ятып ҡала алмай. Әрме хеҙмәте үткән егет махсус хәрби операцияға доброволец булып юллана. Беҙ уны аңлайбыҙ һәм бар йөрәктән уның был батырҙарға ғына хас аҙымын хөрмәт итәбеҙ.

Хөрмәтле Әхтәм Йәғәфәр улы, Лилиә Фәрғәт ҡыҙы, мәрхүмдең туғандары, дуҫтары, ауылдаштары һеҙҙең тәрән ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, сыҙамлыҡ теләйбеҙ.

Хөрмәтле ил һаҡсыһы тураһындағы яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр! Хуш бул, тыныс йоҡла, ҡәҙерле Йәлил Әхтәм улы! Беҙ һине онотмаҫбыҙ! Ауыр тупрағың еңел булһын! -тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Фотолар: район башлығының шәхси битләүегенән. 

 

Тыныс йоҡла, батыр!
Тыныс йоҡла, батыр!
Тыныс йоҡла, батыр!
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: