Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Октябрь 2023, 10:45

Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?

Ҡалабыҙҙың “Толпар” балалар баҡсаһында аң кимәле үҫешкән, тыуған еребеҙҙең матурлығын, халҡыбыҙҙың эшһөйәрлеген, телебеҙҙең мөһимлеген яҡшы белгән рухлы шәхестәр тәрбиәләүгә күп көс һалына. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә тәрбиәсенең роле ҙур, сөнки тәү башлап балалар баҡсаһы ишеген асып ингән һәр бала “ғаилә”, “Ватан” тигән төшөнсәләр менән шунда таныша...

Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?
Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?

Илһөйәрлек

Кемдәр ул - “Әлибаев ейәндәре”?

Ҡалабыҙҙың “Толпар” балалар баҡсаһында аң кимәле үҫешкән, тыуған еребеҙҙең матурлығын, халҡыбыҙҙың эшһөйәрлеген, телебеҙҙең мөһимлеген яҡшы белгән рухлы шәхестәр тәрбиәләүгә күп көс һалына. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә тәрбиәсенең роле ҙур, сөнки тәү башлап балалар баҡсаһы ишеген асып ингән һәр бала “ғаилә”, “Ватан” тигән төшөнсәләр менән шунда таныша. Шуға күрә лә, һәр бер тәрбиәсе йыллыҡ эш барышын планлаштырғанда әхлаҡи-патриотик тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, уйын-йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре аша алып барыуҙы күҙ уңында тота һәм бының өсөн ярашлы мөхит булдыра.

Мәҫәлән, “Аҡ сәскә” мәктәпкә әҙерлек төркөмөндә был йәһәттән ҙур ғына эш алып барыла. Балалар төркөмдә тирә-йүн, тыуған яғыбыҙҙың билдәле шәхестәре, батырҙары, тәбиғәте тураһында белем ала, тарихын өйрәнә, төрлө сараларҙа ҡатнаша. Илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүҙә ата-әсәләрҙең дә ярҙамы сикһеҙ. Улар менән берлектә төркөмдә патриотик тәрбиә мөйөшө эшләй. Был мөйөштә хөкүмәт символдары, атрибуттары, күренекле яҡташтарыбыҙҙың фоторәсемдәре, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәттәр, төрлө милләт кейемендәге ҡурсаҡтар, халҡыбыҙҙың кәсебенә ҡағылышлы материалдар, сюжетлы уйындар өсөн кәрәк-яраҡтар тупланған. “Матрос” сюжетлы уйынына әсәйҙәр яғалар һәм береттар тегеп ҡыуандырҙы, киләсәктә гимнастерка тегеүҙе лә ниәтләп ҡуйҙылар. Тағы ла ата-әсәйҙәр менән ҡалабыҙҙың Тыуған яҡты өйрәнеү музейына, иҫтәлекле тәбиғәт һәйкәлдәре тип танылған урындарға экскурсиялар ойошторалар, шиғырҙар, йырҙар өйрәнәләр, һүрәттәр төшөрәләр.

Аҡ сәскә” төркөмөндә быйылғы уҡыу йылынан “Әлибаев ейәндәре” тип аталған проект эше башлап торабыҙ. Был проект беҙҙең яугир яҡташыбыҙ Әҙеһәм Ғәли улы Әлибаев исеме менән йөрөтөлә. Эшебеҙҙең маҡсаты Тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо уятыу, тоғролоҡ, уның азатлығы өсөн көрәшергә өйрәтеү, өлкән быуындың хеҙмәт һәм хәрби традицияларына ихтирам тәрбиәләү, тыуған яҡтың тәбиғәтенә, байлығына ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.

Патриотик тәрбиә биреү бөгөнгө көндә иң актуаль һорау. Йәмғиәтебеҙ кризис кисергән осорҙа Ватаныбыҙға булған патриотик ҡарашты нығытыу, һаҡлау, ғорурлыҡ хисе, батырлыҡ тойғоһо уятыу тәрбиәселәрҙең генә түгел, бар кешеләрҙең оло бурысы. Киләсәктә беҙ балаларҙы илебеҙгә милли үҙ-аңлы һәм гражданлыҡ хисенә эйә булған шәхестәр, Ватандың лайыҡлы улдары һәм ҡыҙҙары итеп тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотабыҙ.

Алһыу Сәфуллина, “Толпар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

 

Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?
Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?
Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?
Кемдәр ул - "Әлибаев ейәндәре"?
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: