

Антына тоғро ҡалды
Батыр яугир һәләк булғандан һуң орденға лайыҡ булды
Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Илсур Дәүләтбирҙинды үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнеләр. Был награданы яугирҙең ғаиләһенә тапшырҙылар.
Илсур Дәүләтбирҙин армияла хеҙмәт иткәндән һуң контракт төҙөй. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре уның иҫ киткес сая һәм батыр булыуын иҫкә ала.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Указы менән Илсур Дәүләтбирҙин күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булды. Был награданы район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Азат Шәрипов яугирҙең атаһы Юлдаш Сабирйән улына тапшырҙы. Сарала шулай уҡ яугирҙең һеңлеһе һәм ҡустыһы ҡатнашты. Әсәләре, үкенескә ҡаршы, быйыл мәрхүмә булған.
- Илсур – беҙ ғорурланған ысын герой. Ул хәрби заданиены үтәгәндә батырҙарса һәләк булды, биргән антына ғүмеренең ахырына тиклем тоғро ҡалды. Был награда яугирҙең төҫө булып ғаиләһендә һаҡланһын, -тине Азат Булат улы.
Батыр рухы тыуған еребеҙҙең данлы тарихи биттәрендә мәңге йәшәр!
Гүзәл Салихова.
Ленера Аралбаева фотоһүрәттәре.