

“Йөрәгем түҙмәне!...”
Махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән китеүе тураһында яугир шулай тип белдерҙе
Күп балалы татыу ғаилә ҡорған, намыҫлы хеҙмәте менән айырылған, үҙ эшен асып, уңыштарға өлгәшкән, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткән Артур Хисмәтуллин күптәргә өлгө. Аҙ һүҙле, әммә күп эшле, тиҙәр уның кеүек ир-егеттәр хаҡында. Әлеге ваҡытта Һамар өлкәһендә учебкала булған яҡташыбыҙ командованиеның Рәхмәт хаттарына ла лайыҡ булып өлгөрҙө.
- Артур Камил улы, әйҙәгеҙ һеҙҙең менән танышып үтәйек.
- Беренсе Этҡол ауылында ишле ғаиләлә донъяға килдем. Ғаиләлә 4 малай һәм бер ҡыҙ үҫтек. Батыргәрәй Юлыев исемендәге мәктәптең 9-сы класын тамалағас, Стәрлетамаҡ физкультура техникумына уҡырға инергә булдым.
- Ә ни өсөн нәҡ ошо уҡыу йорто?
- Мин бала саҡтан спортты яратып үҫтем. Тик ултырырға яратмай инем, миңә мотлаҡ йүгереп йөрөр кәрәк. Шуға күрә кескәйҙән милли көрәш менән ныҡлап шөғөлләндем, күп ярыштарҙа еңеүсе булдым. Техникумға ла инеүе ауыр булманы, бар имтихандарҙы яҡшы тапшырҙым.
- Артабан – әрме?
- Эйе. Тик уның алдынан ҡыҙыҡ хәлгә тарыным. Техникумды тамамлап ҡайттым, минең класташтар әрмегә китеп бөттө. Мине бер кем саҡырмай. “Һап-һаумын, спорт яғынан да һынатмаҫлыҡмын. Ниңә миңә повестка килмәй икән?”-тип аптыранып, хәрби комиссариатҡа киттем. Эш нимәлә икәнлеген аңлатҡас, документтар аҡтара башланылар. Шул саҡ берәүһе: “Ситтә уҡыныңмы әллә?”-тип һораны. “Эйе”, тигәс “Улай булғас документтарың Стәрлетамаҡта инде, запрос ебәрербеҙ. Һин әлегә повестка көт”,-тигәстәр, ҡыуанып ҡайтып киттем.
- Оҙаҡ көттөгөҙмө повестканы?
- Юҡ, тиҙҙән килде. Уны алғас, ҡыуанысымдың сиге булманы. Туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырып ҡунаҡ булдыҡ та, “әрмегә барам!” тип атлығып сығып киттем. Беҙҙе Баймаҡтан тәүҙә Сибайға тимер юл вокзалына алып килделәр, унан Өфөгә. Бында 4-5 көн яттыҡ. Унан тағы юл. Һәм бына Мурманск ҡалаһына килеп төштөк. Башҡортостанда май, бар нәмә сәскә атҡан мәл ине. Ә Мурманскиҙа һыуыҡ, тау баштарында ҡар ята. Форма бирҙеләр. Үҙемде һалдат итеп тойоп, эй ғорурланып йөрөнөм инде.
- Нисә йыл хеҙмәт итеүгә эләктегеҙ?
- Ике йылға. Һәм мин быға һөйөнөп бөтә алмайым. Сөнки бер йыл эсендә нимәгә өйрәнеп өлгөрәһең, тип ҡуям саҡ. Өс ай учебка үттем.
- Артабан ниндәй ғәскәргә эләктегеҙ?
- Диңгеҙ пехотаһына һайлап алғастар, тағы ныҡ итеп ҡыуандым. Сөнки ул элиталы ғәскәр булып һанала. Төрлө күнекмәләр, етди һынауҙар, ысын спорт мәктәбе бит ул диңгеҙ пехотаһы. Хеҙмәт итеүе шул тиклем оҡшай ине.
- Унда ла спорт менән шөғөлләнеүегеҙҙе дауам иттегеҙме?
- Спорт һәм армия айырылғыһыҙ инде. Төрлө спорт ярыштарында ла ҡатнаштым. Саңғы ярышында ҡатнашып, марафонда 2-се урынға сыҡтыҡ. Егеттәр етмәгәс, 5 саҡрым урынына 10 саҡрым йүгерҙем. Бала саҡтан саңғыла йөрөгәс, миңә был ауыр түгел ине. Бер йыл хеҙмәт иткәс, өлгөлө хеҙмәтем өсөн отпуск бирҙеләр. Тыуған яҡтарыма ҡайтып килдем.
- Командирҙарығыҙ ниндәй булды? Төрлө хәбәрҙәр ишетелеп ҡуя ине бит армиянан.
- Командирҙарым бик яҡшы булды, мөнәсәбәттәре һәйбәт ине. Тыуған яҡтарыма минең турала Маҡтау хаты ла ебәрҙеләр.
- Өлгөлө хеҙмәтең иғтибарһыҙ ҡалмағандыр?
- Эйе, отделение командиры булдым. Унан взвод командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләнеләр, өлкән сержант званиеһын алдым. Хеҙмәтем тамамланған мәлдә контракт менән ҡалырға өгөтләнеләр. Йәшлек менән тыуған яҡтарымды һағынам тип ҡайтып киттем. Хәҙер бик үкенәм шуға, ҡалырға кәрәк булған.
- Ҡайтҡас ниҙәр эшләнегеҙ?
- Ауылға ҡайттым да, эш булмағас Өфөгә сығып киттем. Ауылдашым менән төрлө эштә йөрөнөк. Шул саҡта үҙемә һүҙ бирҙем: Өфөлә төпләнәм, кәләш алам, буласаҡ балаларымды ҙур кеше иткәнсе уҡытам тип.
- Маҡсатығыҙ тормошҡа аштымы? Өйләндегеҙме?
- Эйе. 2007 йылда өйләндем. Кәләшем Розалия Әмин ҡыҙы Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылы ҡыҙы. Ул дүртенсе курста филологҡа уҡып йөрөй ине. 2008 йылда Азамат улыбыҙ донъяға килде. Ҡыҙыбыҙ Азалия 2012 йылда тыуҙы. Азамат менән Азалия “Тамыр” каналында эшләне. Азалия ҡыҙым алып барыусы ла булды.
- Телевидениеға балаларға эләгеүе еңел түгел бит...
- Был ысынлап та шулай. Бала башҡорт телендә таҙа һөйләшергә тейеш. Был йәһәттән беҙҙең балалар һынатмай, бик матур итеп үҙебеҙҙең телебеҙҙә һөйләшә. Азалия ҡыҙым “Борсаҡ” каналындағы тапшырыуҙарҙа ла ҡатнашты, матур йырлай. 2013 йылда донъяға килгән Әминә ҡыҙыбыҙ ҙа тейешле кастингты уңышлы үтеп “Тамыр”ҙа эшләй башланы. Өс балабыҙ ҙа Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһында белем ала.
- Ә “Тамыр”ҙағы эштәре?
- Улар “пенсияға” сыҡты. Сөнки беренсе класҡа барғанда, балалар “Тамыр”ҙан эштән сыға һәм уларҙы пенсияға оҙаталар.
- Һеҙҙең бит тағы балаларығыҙ бар?
- Эйе, 2020 йылда – Асия, 2021 йылда Айһылыу донъяға килде. Асия ҡыҙыбыҙ тиҙҙән балалар баҡсаһына бара. Шулай уҡ ағай-апайҙарының урынын һыуытмай – тиҙҙән “Тамыр”ға эшкә барасаҡ.
- Күп балалы ғаилә ҡороу хыялығыҙ тормошҡа ашты, тимәк?
- Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа бит ул. Бына беҙ үҙебеҙ ҙә биш бала үҫтек, үҙ-ара бик татыубыҙ, ҡатышып йәшәйбеҙ. Минең дә маҡсатым шулай – балаларым берҙәм булһын, бер-береһенә ярҙам итеп йәшәһен. Башҡортостаныма кәрәкле юғары вазифала эшләһендәр.
- Кәләшегеҙ, үҙегеҙ ниндәй эштә эшләнегеҙ?
- Кәләш диплом алғас балалар баҡсаһында эшләне. Мин “Киске Өфө” гәзитендә водитель булып. Эш хаҡы әҙ булғас уйлана башланым. Сөнки бөтөнләй алға китеп булмай, бер урында соҡор ҡаҙып тик йөрөгән һымаҡ ине дөрөҫөн әйткәндә. Тәүҙә ата-бабаларҙы иҫкә төшөрҙөм. Улар бит мал менән бай йәшәгән. Шунан мин үҙемә шундай һорау бирҙем: “Ә ниңә мин улар кеүек бай, етеш йәшәй алмайым? Мине бынан кем тыя?” Шәхси эш асырға була, хәҙер бит раскулачивание юҡ. Шулай итеп Сибай-Баймаҡ-Өфө маршруты буйынса таксопарк астым. Исемен өмөттәр бағлап “Нур” тип ҡуштым.
- Белеүемсә, кәләшегеҙ һеҙгә ныҡ ярҙам-терәк булған был эшегеҙҙә?
- Эйе, ҡыҙыҡ булды ул! Такси хеҙмәтем 2014 йылда эш башланы. Ул саҡта Розалия балалар баҡсаһында эшләй ине, эш хаҡы 7 мең һум. Икебеҙҙең дә машина бар ине. Шәмбе, йәкшәмбе ял Розалияның. Шул бер ялда: “Әйҙә, һине лә таксовать итергә өйрәтәм”,-тейем. Кәләш риза булды. Өфөнән кеше алып Баймаҡҡа сыҡтыҡ та, унан пассажирҙар алып кире килдек. Кәләш ҡайтып аҡсаһын ҡараны ла, бер айлыҡ эш хаҡын эшләгән. Ҡыуанды ла, икенсе көнөнә үк барып эшенән китте. Шунан алып таксила эшләй башланы. Хәҙер машинаны минән һәйбәтерәк йөрөтә. Кешеләр тейәп минең яныма Һамар өлкәһенә лә килеп ҡайтты инде.
- Кәләшегеҙ тураһында бик йылы итеп һөйләйһегеҙ...
- Эйе, кәләшем менән бик ғорурланам һәм һоҡланам уға. Ул яҡшы, эшлекле, аңлаусан, ярҙамсыл. Минең менән бергә яуға сабырға ла әҙер. Ҡыпсаҡ ҡыҙы бит. Борондан ҡыпсаҡ ырыуы ҡыҙҙары яуға сапҡан. Кәләш менән ун биш йыл бергә бәхетле йәшәйбеҙ. Ғүмер тиҙ үтә шул...
- Махсус хәрби операцияға үҙ иркегеҙ менән китеүгә ниҙәр этәрҙе?
- Донъялар боларып китеп, Башҡортостандан күп егеттәребеҙ башын һалғас, йөрәгем түҙмәне. Мин дә үҙ теләгем менән һуғышҡа китергә булдым. Кәләш менән кәңәшләштем, әлбиттә. Биш баланы, Розалияны ҡалдырып китеүе ауыр ине. Кәләш һәр саҡтағыса мине аңланы, ҡарарымды ихтирам менән, аңлап ҡабул итте.
-Һеҙ ниндәй батальонда?
- Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында. Совет майҙанынан тантаналы итеп оҙаттылар. Әлеге мәлдә Һамара өлкәһендә әҙерлек үтәбеҙ. БМП машинаһына оператор-наводчик булып Свердловск өлкәһендә өйрәндек. Әле лә күнекмәләр дауам итә. Командирҙар һәйбәт, беҙҙе ныҡлы итеп әҙерләйҙәр.
- Һеҙ өлкән сержант званиеһында, шулай бит?
- Эйе, өлкән сержант. Отделение командиры итеп ҡуйҙылар. Аҙна һайын оборона министрлығынан киләләр. Республика Башлығы беҙҙе иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Баймаҡ районы халҡына, хакимиәт башлығы Фәнис Әминевҡа, ауылдаштарға һәр саҡ рәхмәт әйтәбеҙ. Улар беҙгә ныҡ ярҙам итә. Баймаҡ булыуыбыҙға ғорурланып ҡына йөрөйбөҙ. Беҙҙең Беренсе Этҡолдан да ир-егеттәр күп. Баймаҡтар бер-беребеҙҙе тартып, бер ғаилә булып йәшәйбеҙ.
- Хәҙерге ваҡыттағы иң ҙур хыялың?
- Дошмандарҙы еңеп, Башҡортостаныма, Баймағыма, атай-әсәйемә, кәләшемә, балаларыма ҡайтыу. Еңеү барыбер беҙҙеке буласаҡ!
- “Был беҙҙең һуғыш түгел”,-тип әйтеүселәргә ҡарашығыҙ?
- Беҙҙең һуғыш булмаһа, беҙ унда булмаҫ инек! Йәмәғәт, нимәлер әйтер алдынан төптән уйлағыҙ! Дошман беҙҙе килеп баҫһа, һуғыш кемдеке тип һеҙҙән һорап тормаясаҡ. Бөгөн илленән ашыу Көнбайыш иле бер ҡара көс булып уҡмашып, Рәсәйгә килә. Украина улар өсөн беҙгә ҡаршы ҡулланылған уйынсыҡ ҡына. 2014 йылда Донецк, Донбасс халҡын шартлатып, атып, язалап күпме интектерҙеләр. Хатта күмәк балалар ерләнгән Фәрештәләр аллеяһы ҡалҡып сыҡты! Ҡот осмалы хәл бит был. Хәҙер улар илебеҙгә үтеп инеп, беҙҙең халыҡты шулай язаларға уйлай. Фашистарҙың ҡалдығын беҙ барыбер тар-мар итәсәкбеҙ!
- Әйтер һүҙҙәрегеҙ?
- Минең менән бер сафта булған, әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән бар Башҡортостан ир-егеттәренә рәхмәт әйткем килә. Уларҙың барыһына ла еңел булмаған эшебеҙҙә уңыштар, имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйем. Беҙгә терәк-таяныс булған ғаиләләребеҙгә, яҡындарыбыҙға, яҡташтарға, халҡыбыҙға ҙур рәхмәт. Беҙ еңеү менән әйләнеп ҡайтырбыҙ!
- Артур Камил улы әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Һеҙгә ныҡлыҡ, һаулыҡ, изге хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашып, имен-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Гүзәл Салихова әңгәмәһе.