

Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары Шишмә районының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик паркында үтте. Быйыл Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө үҙенсәлекле шарттарҙа үтте тип әйтергә мөмкин, сөнки беренсе тапҡыр төрлө райондарҙан десантсылар командалары ҡаршылыҡтар арауығын үтеп, үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Радий Фәрит улы ветеран десантсыларҙы, илһөйәрлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индергән ДОСААФ рәйестәрен, хәрби хәрәкәтәр ветерандарын ҡотланы, уларға наградалар, Почет грамоталары тапшырҙы. Улар араһында оҙайлы йылдар ДОСААФ рәйесе булып эшләгән Рөстәм Радик улы Нәбиуллин да бар. Беҙ Рөстәм Радик улын бар күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да юғары уңыштар теләйбеҙ!