Ватан һағында
2 Август 2023, 12:50

Республика Башлығы уны тынысландырҙы

Бөгөн гранатаға оҡшаған әйбер менән кешеләргә янап, янына республика Башлығы килеүен талап иткән бер ир тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә таралды. Радий Фәрит улы бы кешенең янына тиҙ арала барып етте...

Республика Башлығы уны тынысландырҙыРеспублика Башлығы уны тынысландырҙы
Республика Башлығы уны тынысландырҙы

Телеграм-каналдар мәғлүмәттәре буйынса, гранатаға оҡшаған предмет тотҡан ир хәрби булыуы ла ихтимал. Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт иткән,дезертирлыҡта ғәйепләнгән 39  йәшлек Илдар Б. суд-психиатрия экспертизаһына китеп барышлай ҡасҡан һәм уға ҡаршы енәйәт эшен туҡтатмаһалар, граната шартлатырға янаған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иһә «Башинформ» агентлығына ҡораллы ир-егет менән әңгәмәгә бәйле аңлатма биргән.  «Дезертирҙар  проблемаһы бар һәм һәр кем хаталанырға ихтимал. Беҙгә уларҙы хөкөм итәһе түгел.  Ул  законды боҙған - үҙ белдеге менән часты ҡалдырған. Кешесә йәл, әлбиттә. Бөгөнгө бурыс – уның ахмаҡлыҡ  ҡылыуына юл ҡуймау ине. Ләкин, үкенескә күрә, ул закон боҙҙо. Уға ярҙам итергә кәрәк. Әммә һәр кем гранатаға тотона башлаһа, был дөрөҫ булмаясаҡ. Рәсәй гвардияһы хеҙмәткәрҙәренә, ир-егеттәргә уның ғүмерен ҡотҡарыу өсөн күргән саралары өсөн ҙур рәхмәт”,  - тип белдергән  Башҡортостан Башлығы.

Төбәк етәксеһе шулай уҡ ирҙең ҡоралын хоҡуҡ һаҡлаусыларға биреүен, уны һорау алырға алып китеүҙәрен өҫтәгән.

Фото - "Башинформ" агентлығы.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас