+24 °С
Ямғыр


Белорет районында ҡотҡарыусылар ут ҡулсаһына эләгә яҙған. Улар аҙна дауамында уттың таралыуына ҡаршы көрәшә. Ҡапыл көсәйгән ут бер төркөм ҡотҡарыусыларҙы урата башлай. Улар тау буйлап үргә күтәреләләр. Ҡотҡарыусыларҙың биргән сигналын вертолеттан күрәләр. Ҡотҡарыусыларҙы эвакуациялайҙар.
Мәғлүм булыуынса, йәшендән һуң башланған янғынды туҡтатыу өсөн Белорет районында бер нисә аҙна эштәр дауам итә. Уттың янына техника менән барып етеп булмауы ла хәлде ҡатмарлаштыра. Шуға күрә тәбиғәткә сыҡҡанда усаҡ яғыу ҡәтғи тыйыла!