Ватан һағында
1 Июль 2023, 06:40

Кисәге һалдатҡа өҫтәмә балл

Университеттарға армияла хеҙмәт иткән һәм махсус операцияла ҡатнашҡан абитуриенттарға 10-ға тиклем өҫтәмә балл яҙырға тәҡдим ителде. Бынан тыш махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡабул итеү һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса айырым квота сиктәрендә вуздарға бюджет урындарына уҡырға инергә мөмкин...

Кисәге һалдатҡа өҫтәмә баллКисәге һалдатҡа өҫтәмә балл
Кисәге һалдатҡа өҫтәмә балл

Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы университеттарға армияла хеҙмәт иткән һәм махсус операцияла ҡатнашҡан абитуриенттарға 10-ға тиклем өҫтәмә балл яҙырға тәҡдим итте. Ведомствоның юғары белемдең федераль дәүләт белем биреү стандарттары сайтында баҫылған хатында ошо хаҡта әйтелә.

Депутаттар "Мәғариф тураһында" законға төҙәтмәләрҙе раҫланы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҡабул итеү һынауҙары һөҙөмтәләре буйынса айырым квота сиктәрендә вуздарға бюджет урындарына уҡырға инергә мөмкин. Түләүле нигеҙҙә уҡып йөрөгәндәр өҫтөнлөклө тәртиптә бушлай уҡыуға күсә ала.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас