Ватан һағында
29 Июнь 2023, 09:30

Яугирҙәр һеҙгә рәхмәт белдерә!

Беҙҙе даими иғтибар үҙәгендә тотҡан өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа барыбыҙҙың исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Шулай уҡ Беренсе Этҡол ауылы биләмәһе, ир-егеттәр ҡоро, районда уңышлы эшләп килгән хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары ойошмаһы, бар яҡташтарыбыҙға, туғандарыбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙан килеп еткән ярҙам беҙгә рухи көс бирҙе, беҙҙең мотлаҡ буласаҡ Еңеүгә этәргес көс өҫтәне...

Яугирҙәр һеҙгә рәхмәт белдерә!Яугирҙәр һеҙгә рәхмәт белдерә!
Яугирҙәр һеҙгә рәхмәт белдерә!

Яугирҙәр һеҙгә рәхмәт белдерә!

Беҙгә – илебеҙгә хәүеф янағанда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫҡан ир-егеттәргә – тыуған еребеҙҙең иғтибарын, ныҡлы ярҙамын тойоу өҫтәмә көс бирә. Был яҡтан Баймаҡ районының яугирҙәрен бәхетлеләр рәтенә индерергә була. Сөнки беҙ районыбыҙҙың ныҡлы терәген тоябыҙ. Ошо көндәрҙә генә Һамар өлкәһенә район хакимиәте ойошторған ярҙам ылауы килеп һөйөндөрҙө.

Беҙҙе даими иғтибар үҙәгендә тотҡан өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминевҡа барыбыҙҙың исеменән оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм. Шулай уҡ Беренсе Этҡол ауылы биләмәһе, ир-егеттәр ҡоро, районда уңышлы эшләп килгән хәрби-диңгеҙ флоты ветерандары ойошмаһы, бар яҡташтарыбыҙға, туғандарыбыҙға иң изге теләктәребеҙҙе белдерәбеҙ. Уларҙан килеп еткән ярҙам беҙгә рухи көс бирҙе, беҙҙең мотлаҡ буласаҡ Еңеүгә этәргес көс өҫтәне. Беҙҙең ауылдан үҙ ирке менән Ватан һағына һигеҙ кеше баҫты. Мин улар менән дә сикһеҙ ғорурланам һәм барыбыҙҙың да имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем.

Ҡәҙерле баймаҡтар! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек теләйбеҙ. Беҙ мотлаҡ Еңеү менән ҡайтырбыҙ!

Артур Хисмәтуллин, ирекле башҡорт батальонының отделение командиры.

Һүрәттә: Беренсе Этҡол батырҙары.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас