+24 °С
Ямғыр


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә махсус хәрби операция барышында яраланыуға бәйле хеҙмәттән азат ителгән, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташтарыбыҙға генерал Миңлеғәле Шайморатовтың миҙалдарын тапшырҙы.
"Хөрмәтле яугирҙәребеҙ! Бөгөн һеҙгә дәүләт наградаларын тапшырыу —беҙҙең өсөн оло мәртәбә, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт! Республика һеҙҙең һәм ғаиләләрегеҙ хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итер. Барығыҙ ҙа иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ".