Ватан һағында
20 Июнь 2023, 09:35

Район башлығы яугирҙәр менән осрашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары менән сәй табыны артында аралашты. Әйтеп үтергә кәрәк, был беҙҙең райондың йолаһына әүерелгән. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән район башлығы мотлаҡ осраша, уларҙың һәм яҡындарының хәлен белешә...

Район башлығы яугирҙәр менән осраштыРайон башлығы яугирҙәр менән осрашты
Район башлығы яугирҙәр менән осрашты

Район башлығы яугирҙәр менән осрашты

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындары менән сәй табыны артында аралашты. Әйтеп үтергә кәрәк, был беҙҙең райондың йолаһына әүерелгән. Ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән район башлығы мотлаҡ осраша, уларҙың һәм яҡындарының хәлен белешә.

Был юлы ла сәй табыны артында йәнле һөйләшеү ҡоролдо. Фәнис Ғәбдрәшит улы районыбыҙҙан мобилизацияланған, үҙ теләге менән киткән ир-егеттәр тураһында, үҙенең улар янына барып ҡайтыуы, гуманитар ярҙам һ.б. хаҡында һөйләне. Район етәксеһе яугирҙәрҙең яҡындарынан уларҙы ниндәй мәсьәләләр борсоуы хаҡында һорашты. Әсәләр, ҡатындар үҙҙәренә даими иғтибар булыуын белдереп, рәхмәт әйтте. Семеновск ауылында йәшәгән ханым. “Семеновск руднигы”ның һәр эштә ярҙам итеүен әйтеп, уларға ла рәхмәтен еткерҙе. Эйе, яугирҙәрҙең яҡындары улар йәшәгән биләмә, эшләп киткән ойошма, район һәм ҡала хакимиәтенең күҙ уңынан ысҡындырылмай.

Ялға ҡайтҡан егеттәр үҙҙәре өсөн борсолмауҙарын һораны. Яугирҙәр баймаҡтарға райондан ярҙам йыш килеүен әйтеп, бының өсөн район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев, ойошма-учреждениеларға, тотош район халҡына оло рәхмәтен белдерҙе.

Ялға ҡайтҡан яугирҙәребеҙҙең имен-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын түҙемһеҙлек менән көтөп ҡалабыҙ.

Шуны ла билдәләп үтке килә, әлеге ваҡытта башҡорт полкына ирекмәндәр булып ҡушылған яугирҙәребеҙгә гуманитар ылау әҙерләнә. Улар Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтә. Яҡындарығыҙға посылкаларҙы халыҡ ижады үҙәгенә 24 июнгә тиклем тапшырырға кәрәк.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас