+24 °С
Ямғыр


Бөгөн Баймаҡ, Йылайыр райондарынан 16 егет Ватиан һағына оҙатылды. Тантаналы оҙатыу сараһында район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев та ҡатнашты.
Фәнис Ғәбдрәшит улы былай тип белдерҙе:
- Егеттәр теүәл бер йылға илдең төрлө хәрби частарында хеҙмәт итәсәк. Лайыҡлы хеҙмәт итеүегеҙҙе теләйем. Яҡындарығыҙға хат яҙырға һәм шылтыратырға онотмағыҙ. Өйҙә һеҙҙе яратҡан, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ көтәсәк. Хәйерле юл!