Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
1 Июнь 2023, 16:05

Яугирҙәрҙе оҙатыу

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан ирекле мотоуҡсылар полкы составына ингән ирекле формированиеларҙы оҙатыу сараһы үтте.  Уның составында совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге башҡорт ирекле батальондары, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион бар...

Яугирҙәрҙе оҙатыу
Яугирҙәрҙе оҙатыу

Бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында Башҡортостан ирекле мотоуҡсылар полкы составына ингән ирекле формированиеларҙы оҙатыу сараһы үтте.  Уның составында совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге башҡорт ирекле батальондары, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион бар.

Хәҙер улар сафында – Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһы. Яугирҙәрҙе хәрби әҙерлек урындарына оҙатырға Башҡортостан Башлығы ла килде. Радий Хәбиров Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды. Һуңынан хәрбиҙәргә сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.

"Бөгөн республика исеменән һеҙгә «Башҡортостан» полкына инергә ҡарар иткәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Сөнки яугирҙәребеҙ нисәнсе ай үҙ бурыстарын үтәй: беҙҙең биләмәләрҙе һаҡлай, әлбиттә, уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Республика хәрби бурыстар уңышлы үтәлһен өсөн барыһын да эшләргә тырышыр. Артбатарея яугирҙәре дошманды тар-мар итер, медицина ротаһы яугирҙәре ир-егеттәребеҙҙе дауалар. Тотош республика исеменән һеҙҙең еңел булмаған ҡарарығыҙҙы хуплаған туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға рәхмәт белдерәм. Беҙ улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ. Кисә генә махсус хәрби операция яугирҙәренә ярҙам фондының филиалын астыҡ. Ул тап һеҙҙең өсөн, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ өсөн эшләй. Хәрби бурысығыҙҙы үтәп, иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ. Эшләгеҙ, туғандар!" - тигән изге теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Медицина ротаһы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медицина-санитар эскадроны командиры Әхмәт Дәүләтовтың исемен йөрөтә. Өфө губернаһында (хәҙерге Шишмә районы) тыуып үҫкән яҡташыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында тәүҙә Өфөгә эвакуацияланған госпиталдәрҙең хирургы булараҡ ҡатнашҡан, һуңынан фронтҡа киткән, Еңеүгә тиклем һалдаттарға ярҙам иткән. Бөгөн уның данлы юлын беҙҙең табиптар дауам итергә әҙер, тап шуның өсөн дә республикала тәүге медрота ойошторолдо. Улар араһында 12 ҡатын-ҡыҙ бар.

Артиллерия бригадаһы ла Бөйөк Ватан һуғышы геройының исемен йөрөтә. Стәрлетамаҡ районынан Алексей Сухоруков 1958-се танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының батарея командиры булған. Өлкән лейтенант Белоруссияның Гомель өлкәһе Речица районы Короватичи ауылы эргәһендәге алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән. 1943 йылдың 18 ноябрендә Сухоруков батареяһы дошман танкы һәм пехотаһының контрһөжүмен кире ҡаҡҡан. Легендар яҡташыбыҙҙың батырлығын дауам итеү – беҙҙең бурысыбыҙ, ти уның исемен йөрөткән отряд яугирҙәре.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: