Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған йә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр хаҡында мәғлүмәттәрҙе нисек табырға?
Түбәндәге һылтанмалар яу ҡырында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы, уларҙың наградаларын табырға ярҙам итеүе ихтимал, үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!
- 1941-1945 йылдарҙа наградаланған һалдаттар тураһында мәғлүмәттәр www.podvignaroda.ru сайтында тупланған.
- www.obd-memorial.ru һуғышта һәм унан һуң һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған илебеҙ һаҡсыларын табырға ярҙам итә.
- www.pamyat-naroda.ru сайтында һәләк булғандарҙың ҡәберлектәренең урынын билдәләргә мөмкин.
- www.rkka.ru/ihandbook.htm сайты 1921-1931 йылдарҙа "Ҡыҙыл байраҡ" ордены менән бүләкләнгән һалдаттарҙың исемлеген туплаған.
- www.moypolk.ru тыл хеҙмәтендә һәләк булыусылар, хәбәрһеҙ юғалыусыларҙы табырға ярҙам итер. Был архив "Үлемһеҙ полк" Бөтә Рәсәй акцияһы ҡатнашыусылары ярҙамында төҙөлгән.
- www.dokst.ru немец әсирлегендә һәләк булғандарҙы табырға ярҙам итә.
- www.polk.ru тотош ХХ быуатта хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар, тапшырылмаған наградалар хаҡында мәғлүмәт менән тупланған.
- www.pomnite-nas.ru сайтында туғанлыҡ ҡәберлектәренең фотоархивы тупланған.
- Афғанистан, Чечня һуғышында хәбәрһеҙ юғалған һалдаттар хаҡында мәғлүмәттәр rf-poisk.ru/page/34/ , soldat.ru сайттарында бар.
- Рәсәй эҙәрмәндәр хәрәкәтенең рәсми сайты — www.rf-poisk.ru .
- Федераль, архивтарҙың исемлеге — victory.rusarchives.ru
Фото асыҡ сығанаҡтан алынды: 68805f9ff39038e49143d9858d8d3cc1