Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Май 2023, 13:55

Таһир Күсимов исемен йөрөтәсәк

12 майҙа Өфөнән бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана. Хәрби формированиеға легендар генерал Таһир Күсимовтың исеме бирелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте...

Таһир Күсимов исемен йөрөтәсәк
Таһир Күсимов исемен йөрөтәсәк

12 майҙа Өфөнән бишенсе ирекле батальон хәрби әҙерлек үтеү урынына юллана. Хәрби формированиеға легендар генерал Таһир Күсимовтың исеме бирелә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Республика етәксеһе Башҡортостандың баш ҡалаһында батальонды оҙатыуҙы ойошторорға ҡушты. Батальон Совет майҙанынан юлға сыға.

Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов 1909 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Күсем ауылында тыуған.

1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый. 1928-1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбендә белем ала. 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.

1938—1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда Күсимов командованиеның махсус заданиеһын үтәй – совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә.

1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.

1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай.

1951 йылда К.Е.Ворошилов исемендәге Генераль штаб академияһын алтын миҙал менән тамамлай.

1945—1963 йылдарҙа кавалерия дивизияһының штаб начальнигы, тау-уҡсылар дивизияһының, мото-уҡсылар дивизияһының командиры, Төрөкмәнстан хәрби округында армия корпусы командирының урынбаҫары.

1963—1969 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының хәрби комиссары.

1969 йылда отставкаға сыға.

1986 йылдың 10 майында донъя ҡуя. Өфө ҡалаһында, мосолман зыяратында ерләнгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: