Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Май 2023, 11:15

Һалдат бутҡаһы

Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Һалдат бутҡаһы

Йомаш ауылында ла Бөйөк Еңеү көнө гөрләп уҙҙы. Байрам сараһында йәше лә, ҡарты ла ҡатнашты. Тыл һәм хеҙмәт ветерандарына һәм һуғыш йылы балаларына айырым иғтибар бирелде. Йомаш ауыл биләмәһе башлығы Мирхәт Мөхәмәтйәров барыһын да Бөйөк Еңеү менән ҡотлап, тыныс, аяҙ күк йөҙө теләне.

Байрам тантанаһын Лилиә Маканова етәкселегендәге “Сулпан” бейеү ансамбле, “Серҙәштәр” вокаль ансамбленең сығыштары биҙәне. Хәҙисә Райманова етәкселегендәге ҡатын-ҡыҙҙар советы сарала ҡатнашыусыларҙы һалдат бутҡаһы менән һыйланы.

Байрам иҫтәлеккә фото төшөү менән тамамланды.

Һалдат бутҡаһы
Һалдат бутҡаһы
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: