Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Апрель 2023, 19:15

Илебеҙҙе һаҡларға кәрәк

Темәс ауылында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыу булды...

Илебеҙҙе һаҡларға кәрәк
Илебеҙҙе һаҡларға кәрәк

Бөгөн Темәс ауылында махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугирҙәр менән осрашыу булды. Беләһегеҙме нимә аптыратты ла, һоҡландырҙы ла мине? Бына ошо ир-егеттәрҙең көләслеге, йөҙҙәренең нурлы булыуы. Уларҙың береһе менән һөйләшкәндә яугир былай тине:

- Былтыр сентябрҙә махсус хәрби операцияға юл алғайным. Ауылдаштар менән бергәбеҙ, шуныһы рәхәт. Бер-беребеҙҙе дәртләндереп, бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып йөрөйбөҙ. Әлбиттә, һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Командирымлы, дуҫымды юғалттым. Әммә уларҙың ни тиклем көслө рухлы булыуын, һәр саҡ алға ынтылыуҙарын иҫләп үҙем дә улар кеүек булырға ынтылам. Беҙҙең егеттәрҙең барыһы ла батыр, сая. Әгәр беҙ булмаһаҡ унда, илде кем һаҡлар? Көнбайыштан беҙҙең илгә ҡарай килгән дошмандарҙы кем туҡтатыр? Беҙҙең өсөн борсолмағыҙ. беҙҙең унда барыһы ла бар. Баймаҡтарҙан ярҙам бик йыш килә. Шуға рәхмәтлебеҙ. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! 

Яугирҙәрҙең туғандары ла: "Әлбиттә, еңел түгел. Әммә илебеҙҙе һаҡларға кәрәк. Көн-төн доғалабыҙ инде",-тиеште.

Темәс мәҙәниәт йортонда яугирҙәргә бик матур концерт ҡуйылды. Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев тәбрикләү һүҙҙәре еткереп, яугирҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова егеттәр янына гуманитар ылау менән барып ҡайтҡанда уҡ яугирҙәребеҙҙең ни тиклем батыр икәнлеген командованиенан ишеткәнен ҡыуанып һөйләне. Айгөл Ғүмәр ҡыҙы яугирҙәргә бүләктәр тапшырҙы, уларҙың имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләне. Концерттан һуң район хакимиәте башлығы, уның урынбаҫарҙары, төрлө ойошма-учреждение етәкселәре яугирҙәрҙе һәм уларҙың туғандарын төрлө һорауҙар буйынса ҡаблу итте.

Ә беҙ сая батырҙарыбыҙҙың тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: