Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ватан һағында
27 Апрель 2023, 06:45

Еңеү байрағы

Башҡортостанда Еңеү байрағы тураһында законды үтәмәгән өсөн штраф һалынасаҡ. Республиканың Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, быйылдан Еңеү көнөндә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары һәм муниципаль берәмектең флагы менән бер рәттән Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш...

Еңеү байрағыЕңеү байрағы
Еңеү байрағы

Башҡортостанда Еңеү байрағы тураһында законды үтәмәгән өсөн штраф һалынасаҡ. Республиканың Дәүләт Йыйылышында белдереүҙәренсә, быйылдан Еңеү көнөндә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары биналарында Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтары һәм муниципаль берәмектең флагы менән бер рәттән Еңеү байрағының күсермәләре эленергә тейеш. Шулай уҡ тантаналы саралар үткәргәндә Еңеү байрағын ҡулланыу тәртибе раҫланған. Законды үтәмәгән өсөн вазифа биләгән кешеләргә – 10-15 мең, юридик ойошмаларға 20-25 мең һум административ штраф ҡаралған.

Парламент спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, Еңеү байрағы күсермәләрен ҡулланыу тарихи хәтерҙе һаҡлауға һәм илһөйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

"Еңеү байрағын күтәреү – ул тантаналы йола ғына түгел, – тине Константин Толкачев. – Был, тәү сиратта, замандаштарыбыҙҙың фашизмды еңгән быуынға рәхмәт билдәһе".

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас