Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
27 Апрель 2023, 09:35

Батальон юлға сыҡты

Батальон Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Баян улы Мурзин исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, Чехословакияның юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы һәм “Ҡара генерал” – былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән Даян Мурзин хаҡында...

Батальон юлға сыҡты
Батальон юлға сыҡты

Кисә Өфөлә Совет майҙанында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм илдең оборона министрының беренсе урынбаҫары Руслан Цаликов дүртенсе башҡорт ирекмәндәр батальонын хәрби әҙерлек урынына оҙатыу тантанаһында ҡатнашты.

Ул Бөйөк Ватан һуғышының легендар геройы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Баян улы Мурзин исемен йөрөтә. Бөйөк Ватан һуғышының легендар батыры, Чехословакияның юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почетлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы һәм “Ҡара генерал” – былар барыһы ла Башҡортостан Республикаһында тыуып үҫкән Даян Мурзин хаҡында. Даян Баян улы һәм уның бригадаһы иҫәбендә юҡ ителгән 19 танк, ике йөҙҙән ашыу автомобиль, 20-гә яҡын тимер юл күпере, әсирлеккә төшкән 250 фашист, шул иҫәптән немец армияһының генерал-майоры Генрих Мюллер.

Шундай данлыҡлы кешенең исемендәге батальон республикала ойошторолған Башҡорт мотоуҡсылар полкының беренсе подразделениеһы буласаҡ. 

Республика яугирҙәрҙе экипировка, техника һәм ҡорамалдар менән тәьмин итте. Башҡортостан ирекмәндәре шулай уҡ һәр ярты йыл хеҙмәт өсөн 200 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған һәм тәүлек өсөн түләүҙәр аласаҡ.

Республика Башлығы Радий Хәбиров яугирҙәргә мөрәжәғәт итеп былай тине:

Бөгөн республика ошо майҙандан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең иң шәп улдарын, ысын яугир-һаҡсыларын хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн сираттағы тапҡыр махсус хәрби операцияға оҙата. Беҙ барыбыҙ ҙа һеҙгә ҙур ихтирам һәм ғорурлыҡ менән ҡарайбыҙ. Ауыр, әммә илебеҙгә бик кәрәкле ҡарар өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Беҙ барыбыҙ ҙа ата-әсәйҙәрегеҙгә, ҡатындарығыҙға һәм балаларығыҙға ошо һайлауҙы хуплағандары өсөн баш эйәбеҙ. Меңләгән ир-егет хәрби бурысын үтәй, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Уларға һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк. Шуға күрә эшләгеҙ, ҡуйылған бурыстарҙы үтәгеҙ. Ә республика бөтә көсө һәм саралары менән һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға ярҙам итәсәк.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: