Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Апрель 2023, 14:00

Ватан һағына

Яҙғы саҡырылыш Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле түгел. Ғәҙәттәгесә, ул закон менән билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә уҙғарыла...

Ватан һағына
Ватан һағына

Бөгөн республиканың йыйылыу пунктында егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыуға арналған тантаналы митинг үтте. Яҙғы саҡырылыш ваҡытында 120 һалдат Мурманск, Симферополь һәм Мәскәү өлкәһенә юлланды. Уларҙы һауа-йыһан көстәре, ҡоро ер ғәскәрҙәре көтә. Республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге начальнигы, полковник Сергей Нетунаев Ватанды һаҡлаусыларға өгөт-нәсихәт бирҙе.

«Һеҙгә һаулыҡ, бөтмәҫ-төкәнмәҫ көс, дәрт һәм маҡсатҡа ынтылыш теләйем. Тоғро һәм намыҫлы хеҙмәт итегеҙ, бер йылдан һуң нығынып, мыҡтыланып ҡайтығыҙ!» — тине йәштәргә Нетунаев.

Хәрби комиссариаттың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы саҡырылышта Башҡортостан Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә 5,5 меңдән ашыу һалдат оҙата. Саҡырылыш ағымдағы йылдың 15 июленә тиклем дауам итә.

Яҙғы саҡырылыш Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бәйле түгел. Ғәҙәттәгесә, ул закон менән билдәләнгән ваҡытта һәм план тәртибендә уҙғарыла.

Баймаҡ хәрби комиссариатында ла Баймаҡ районы һәм ҡалаһы егеттәрен Ватан һағына оҙатыу тантанаһы үткәрелде. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: