Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
25 Апрель 2023, 17:40

Хәрбиҙәргә - сиратһыҙ

"Рәсәй тимер юлдары" холдингы һәм Рәсәй Оборона министрлығы хеҙмәт итеү урынына, госпиталдән һуң реабилитацияға, отпускыға йәки башҡа мохтажлыҡ буйынса юл йөрөү өсөн хәрбиҙәрҙе ташыу документы буйынса билет алғанда хәрбиҙәрҙе өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү процедураһын әҙерләне...

Хәрбиҙәргә - сиратһыҙ
Хәрбиҙәргә - сиратһыҙ

Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең алыҫ араға йөрөүсе поездарға билетты сиратһыҙ алыу мөмкинлеге бар

"Рәсәй тимер юлдары" холдингы һәм Рәсәй Оборона министрлығы хеҙмәт итеү урынына, госпиталдән һуң реабилитацияға, отпускыға йәки башҡа мохтажлыҡ буйынса юл йөрөү өсөн хәрбиҙәрҙе ташыу документы буйынса билет алғанда хәрбиҙәрҙе өҫтөнлөклө хеҙмәтләндереү процедураһын әҙерләне.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн аҡсаһыҙ билет алыуға хәҙер 5-10 минут ваҡыт етә.

Ошо сервисты ғәмәлгә ашырырға вокзалдарҙың касса залдарындағы электрон сират менән идара итеү системаһы булышлыҡ итте.

Түбәндә һанап үтелгән кешеләрҙең хәрбиҙәрҙе ташыу документы буйынса өҫтөнлөклө билет алыу мөмкинлеге бар:
  ашығыс һәм контракт хеҙмәте хәрбиҙәре,
  өлөшләтә мобилизация сиктәрендә саҡырылған хәрби хеҙмәткәрҙәр,
  хаҡлы ялдағы хәрбиҙәр,
  юғары хәрби уҡыу йорттары курсанттары,
  Рәсәй Оборона министрлығы ҡарамағындағы юғары уҡыу йортона тиклемге белем биреү учреждениелары уҡыусылары.

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк?

1. Электрон терминалда «Хәрбиҙәрҙе ташыу документы буйынса рәсмиләштереү» хеҙмәтен һайларға.
2. Шунан һуң кассаға саҡырыу ҡағыҙы килеп сыға, унда кассир бер нисә минут эсендә билет әҙерләп бирә.

Хәрбиҙәр Рәсәйҙең ҙур 57 вокзалы кассаһында (Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Өфөлә, Ҡазанда, Түбәнге Новгородта, Һамарҙа, Волгоградта, Адлерҙа, Новосибирскиҙа, Иркутскиҙа һәм башҡа ҡалаларҙа) өҫтөнлөклө рәүештә билет алыу мөмкинлегенә эйә. Тулы исемлекте Рәсәй тимер юлдары сайтында ҡарарға мөмкин: https://www.rzd.ru/ru/11286

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: