Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
19 Апрель 2023, 15:30

Һеҙ һораған инегеҙ

Контракт буйынса РФ армияһында хеҙмәт итеүгә ҡушылыу өсөн Башҡортостанда түбәндәге ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк...

Һеҙ һораған инегеҙ
Һеҙ һораған инегеҙ

Һорау – яуап

- Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә китергә уйлайым. Уның буйынса теүәл һәм дөрөҫ кенә мәғлүмәт алырға ине. Миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?

Р.

Темәс ауылы.

Контракт буйынса РФ армияһында хеҙмәт итеүгә ҡушылыу өсөн Башҡортостанда түбәндәге ойошмаларға мөрәжәғәт итергә кәрәк:

Хәрби контракт төҙөү буйынса мобиль пунктҡа. Баймаҡ ҡалаһының “Ғаилә” сауҙа үҙәге янында урынлашҡан. Мобиль пункт ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем эшләй. Ялһыҙ һәм тәнәфесһеҙ теркәлеү урыны буйынса хәрби комиссариатҡа https://pravitelstvorb.ru/activity/685/

Баймаҡ ҡалаһының хәрби комиссариаты

Көн һайын сәғәт 8:00-ҙән 20:00 сәғәткә тиклем ҡыҙыу линия телефоны буйынса консультация алырға мөмкин:

8 (347) 224 90 13 йәки 117 (кеҫә телефонынан)

Контракт буйынса хәрби хеҙмәт тураһындағы һорауҙарға яуапты республиканың Хәрби комиссариаты менән берлектә Башҡортостан менән идара итеү үҙәге әҙерләгән чат-ботта табырға мөмкин: https://t.me/contractRBBot

Тағы ла күберәк мәғлүмәт – башбат.рф сайтында

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: