Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
14 Апрель 2023, 18:35

Юлдарға сығам, юлдарға...

Юлдарға сығам, юлдарға, Йәмле таңдар атҡанда. Изгелек теләп ҡаламын Юлда осрағандарға...

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Ташлап донъяларымды.

Мин үҙем менән алырмын,

Әйткән доғаларыңды.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Күҙем – ихаталарҙа.

Әсәйҙәр илап ҡалалар,

Беҙҙе оҙаталар ҙа.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Йәмле таңдар атҡанда.

Изгелек теләп ҡаламын

Юлда осрағандарға.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Хәтәр заманаларҙа.

Йыраҡта кемдер ҡул болғай,

Томан араларында.

 

Юлдарға сығам, юлдарға,

Ташлап донъяларымды.

Мин үҙем менән алырмын,

Әйткән доғаларыңды.

 

Наил Шаймарҙанов көйө

Илфаҡ Фәризов һүҙҙәре

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: