Һаҡмар
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
10 Апрель 2023, 16:25

"Ватан" хәрби әҙерлек үтә

Беҙҙең яугирҙәр махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәренең иң яҡшы хәрби сифаттарын күрһәтә...

"Ватан" хәрби әҙерлек үтә
"Ватан" хәрби әҙерлек үтә

Башҡортостанда ойошторолған "Ватан" разведка ротаһы был аҙнала уҡ хәрби әҙерлек үтеү урынына юлланыуы ихтимал. Был турала аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Яңы ирекле батальондар төҙөү башланғысы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары мөрәжәғәт итте, тип билдәләне республика етәксеһе.

«Беҙҙең яугирҙәр махсус хәрби операция зонаһында үҙҙәренең иң яҡшы хәрби сифаттарын күрһәтә. Оборона министрлығынан бойороҡ килде, унда Доставалов исемендәге ирекле батальондың 56 яугире хәрби миҙалдар менән бүләкләнгән. Уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт», – тине Радий Хәбиров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: