Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Апрель 2023, 14:35

ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫНЫҢ ҺҮҘЕ

Тиҙҙән беҙ ҙә – Еңеү һалдаттары – тере тарихҡа әүерелеп, мәңгелек донъяға китеп бөтөрбөҙ. Әллә нисәмә миллион ҡорбан менән килтерелгән Еңеүҙе беҙ һеҙҙең ҡулығыҙға ышанып тапшырҙыҡ, батыр ир-егеттәр. Был Еңеүҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ! Ә фашист тоҡомон, башҡа бер ҡасан да баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеп, йәһәннәмгә олаҡтырығыҙ! Әлегә был донъяла булған һәм баҡыйлыҡҡа күскән бар Еңеү һалдаттары һеҙгә ышаныс белдерә, батырҙар!..

ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫНЫҢ ҺҮҘЕ
ЕҢЕҮ ҺАЛДАТЫНЫҢ ҺҮҘЕ

Еңеү һалдатының һүҙе

Хөрмәтле балалар! Илебеҙ тотҡаһы булған һәм буласаҡ ысын ир-егеттәр!

Бөгөн мин - “үлеп терелгән һалдат” - һеҙҙең барығыҙға ла мөрәжәғәт итәм. Эйе, миңә Бөйөк Ватан һуғышын кисерергә, фашистар менән йөҙгә-йөҙ килеп алышырға тура килде. Еңеү һалдаты булыуыма сикһеҙ ғорурланам.

Гитлер беҙҙең илгә һөжүм иткәндән алып, тыл эшенә егелдем. Һәм 15 йәшлек үҫмер көн-төн һуғышҡа китеү тураһында хыялландым. Ул ваҡытта хатта балалар ҙа фашистарға ҡаршы һуғышырға атлыға ине. “Барып шуларҙы дөмөктөрөп ҡайтырға ине! Һәләк булған ағайҙар өсөн үс алырға! Кәрәктәрен бирергә!”-тигән дыуамал уй баштан китмәне. Ниһайәт, минең дә ваҡытым килеп етеп, үҙ теләгем менән, 17 йәшемдә һуғышҡа алындым. Тәүҙә Алкинола хәрби күнекмәләр үттем, унан кесе командирҙар курсына уҡырға йүнәлттеләр.

Яуға 1944 йылдың ноябрендә 359-сы уҡсылар һәм 395-се пехота дивизияһының 6-сы армияһының Беренсе Украина фронты составында индем. Көнбайыш Украина, Польша ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаштым. Эйе, хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операция барған ерҙәрҙе беҙ фашистарҙан әрсегәйнек. Дошмандар язалап үлтергән балалар, ҡарттар әле лә күҙ алдымда. Күрәһең, фашистарҙы төбө-тамыры менән юҡ итеп бөтмәгәнбеҙҙер. Нисәмә йылдар үткәс улар яңынан беҙгә теш ҡайрай. Ошондай саҡта Ватаныбыҙҙы һаҡлау, нисәмә йылдар бинахаҡҡа шартлатылған, үлтерелгән Донбасс, Донецк халҡын ҡотҡарыу мөһим.

Дошмандар НАТО-ға берләшеп беҙҙең илгә ҡаршы килә. Әммә беҙ уларҙы барыбер туҡтатасаҡбыҙ! Еңеү беҙҙең яҡта буласағына һис тә шикләнмәйем. Әгәр минең 17 йәшемдә атлығып фронтҡа киткән мәлемде ҡайтарып булһа, үҙем дә яңынан бендеровсылар тоҡомона ҡаршы сығыр инем. Үкенескә ҡаршы, беҙҙең сафтар һирәгәйҙе. Бөйөк Ватан һуғышын кисергән олатай-ҡартатайҙарығыҙ бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалды, балалар. Әммә уларҙың рухтары һеҙҙең янда һәм һеҙҙе дошманды юҡ итергә саҡыра.

Эйе, һуғыш юғалтыуһыҙ булмай. Бөгөн мин махсус хәрби операцияла һәләк булған батырҙарыбыҙҙың яҡындарының ҡайғыһын ысын йөрәктән уртаҡлашам. Ҡасандыр миңә лә бик ҡаты яраланғандан һуң, үлгән тип, ҡәбергә күмелгән ерҙән кире терелергә тура килде. Шуға күрә “үлгән һәм ерләнгән” көнөмдө, ҡәберлегемде күрһәткән “Хәтер” китабын йортомда ҡәҙерләп һаҡлайым. 1945 йылдың апрелендә булды был хәл.

Беҙҙең тыуған ерҙәребеҙҙең байлығы, иркенлеге һәр саҡ дошмандарҙа ҡара көнсөллөк тойғолары уятты. Шуға күрә улар бөгөн хаттин ашып, бер ҡара көскә уҡмашып, Ватаныбыҙға ташлана.

Тиҙҙән беҙ ҙә – Еңеү һалдаттары – тере тарихҡа әүерелеп, мәңгелек донъяға китеп бөтөрбөҙ. Әллә нисәмә миллион ҡорбан менән килтерелгән Еңеүҙе беҙ һеҙҙең ҡулығыҙға ышанып тапшырҙыҡ, батыр ир-егеттәр. Был Еңеүҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ! Ә фашист тоҡомон, башҡа бер ҡасан да баш ҡалҡыта алмаҫлыҡ итеп, йәһәннәмгә олаҡтырығыҙ! Әлегә был донъяла булған һәм баҡыйлыҡҡа күскән бар Еңеү һалдаттары һеҙгә ышаныс белдерә, батырҙар!

Ғәйзулла Әблүзин, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: