Һаҡмар
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Апрель 2023, 16:00

Бушлай юридик ярҙам

Дәүләт Думаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай юридик ярҙам тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте...

Бушлай юридик ярҙам
Бушлай юридик ярҙам

Дәүләт Думаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына бушлай юридик ярҙам тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, бушлай юридик ярҙамға хоҡуҡлылар:

- махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәр;

- Рәсәй Федерацияһының сик буйындағы биләмәләрен һаҡлауҙа ҡатнашҡан хәрбиҙәр;

- мобилизацияланғандар;

 - ирекмәндәр;

- әйтеп үтелгән категорияларҙың ғаилә ағзалары.

«2022 йылдың 24 февраленән башлап барлыҡ мөрәжәғәттәр буйынса бушлай юридик ярҙам күрһәтеү мөмкинлеге асабыҙ. Атап әйткәндә, ышаныс ҡағыҙҙарын рәсмиләштереү буйынса нотариаль хеҙмәттәр күрһәткән өсөн түләүҙе, шулай уҡ ошондай ышаныс ҡағыҙҙарын рәсмиләштергән өсөн дәүләт пошлинаһын ғәмәлдән сығарған закон проектына өҫтәмә итеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре бушлай юридик ярҙам күрһәтеү үҙәктәренә мөрәжәғәт иткәндә аҡса түләмәҫкә тейеш», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Дәүләт Думаһында.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: