Һаҡмар
+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
31 Март 2023, 13:50

Өҫтәмә ун мең һум

Аҡса апрель пенсияһы менән бергә таратыласаҡ...

Өҫтәмә ун мең һум
Өҫтәмә ун мең һум

Рәсәй Президенты указына ярашлы Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм ҡатнашыусыларына 10-ар мең һум бирелә. Был хаҡта «Сәләм» тапшырыуы эфирында Рәсәй Федерацияһы Социаль фондының республика буйынса бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фәнил Вәхитов белдерҙе.  

Эфир ҡунағы әйтеүенсә, аҡса апрель пенсияһы менән бергә таратыла. 2023 йылда республикала уны 182 ветеран, шулай уҡ һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән 63 кеше алырға тейеш. Бының өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй.

«Пенсия һәм социаль түләүҙәрҙе 3 апрелдә тарата башлайҙар. Почта элемтәһе ойошмалары аша алғандарға раҫланған графикка ярашлы бирелә. Кредит ойошмаларына һәм банктарға аҡса 12 апрелдә, шулай уҡ Ураҙа байрамына бәйле ваҡытынан алда, 20 апрелдә күсерелә», — тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: