Ватан һағында
28 Март 2023, 10:35

Махсус урындар асылды

Һорауҙар менән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: 450078, Өфө, Революция урамы, 156. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31, кеҫә телефонынан 122. Тиҙҙән республиканың башҡа муниципалитеттарында ла ошондай күсмә пункттар асылырға тейеш...

Махсус урындар асылдыМахсус урындар асылды
Махсус урындар асылды

Өфөлә Рәәсйҙең Ҡораллы көстәренә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу өсөн күсмә пункттар эшләй башланы.   Кисә «Ультра» сауҙа-күңел асыу комплексында (Баҡалы урамы, 27) һәм «Үҙәк» сауҙа комплексы янында (Цюрупа урамы, 97, 4-се бүлмә, көньяҡ парковка) ошондай пункттар асылды.

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләгән граждандар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алырға мөмкин. Хәрби комиссариаттарҙың хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр ҡабул итеү тәртибе, шарттары, кәрәкле документтар, аҡсалата түләүҙәр, социаль гарантиялар, льготалар тураһында аңлата. Тиҙҙән республиканың башҡа муниципалитеттарында ла ошондай күсмә пункттар асылырға тейеш.

Башҡортостанда йәшәүселәргә Республиканың ситауция үҙәгендә контракт хеҙмәте буйынса кәрәкле консультация ярҙамы күрһәтелә.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, колл-үҙәк (347) 218-19-19, 122 (доб.1) һәм 117 телефондары буйынса көн һайын (тәнәфесһеҙ, ял көндәрһеҙ) иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем шылтыратыуҙар ҡабул итә.

Һорауҙар менән түбәндәге адрес буйынса мөрәжәғәт итергә: 450078, Өфө, Революция урамы, 156. Бәйләнеш өсөн телефон: 8 (347) 218-19-19, 8 (347) 248-29-31, кеҫә телефонынан 122.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас