Ватан һағында
27 Март 2023, 09:15

Ҡаршы алабыҙ!

Апрель башында бер нисә йөҙ яугирҙе ялға көтәбеҙ...

Ҡаршы алабыҙ!Ҡаршы алабыҙ!
Ҡаршы алабыҙ!

Башҡортостан Башлығы бөгөн Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә отпускыға ҡайтып килгән мобилизацияланғандарҙы ҡаршы алыуҙы ойошторорға ҡушты.

— Илебеҙ Президенты ҡарарына ярашлы, мобилизацияланған хәрбиҙәр отпускыға ҡайта башланы, — тине Радий Хәбиров. — Апрель башында бер нисә йөҙ ир-егетте көтәбеҙ. Беҙ ошо мәсьәләне тикшерҙек, Башлыҡ хакимиәте яуаплы. Автобустарҙы ебәреү тәртибен уйлағыҙ, унда һыу булһын. Ил сигендә нисек ҡаршы алыу тураһында уйлашығыҙ.

Республика Башлығы сиктә ҡаршылау мәсьәләһен муниципалитет башлыҡтары менән тикшерергә ҡушты. Мобилизацияланғандар ял итергә, ғаиләһе янына ҡайта, ләкин һорауҙар килеп тыуған осраҡта, уларҙы тиҙ арала хәл итергә кәрәк, тип билдәләне ул.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас