Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Ватан һағында
22 Март 2023, 13:20

Яугирҙәребеҙгә доғала булайыҡ!

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим! Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ! Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәм! Барығыҙғала Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхет насип әйләһен. Амин...

Яугирҙәребеҙгә доғала булайыҡ!Яугирҙәребеҙгә доғала булайыҡ!
Яугирҙәребеҙгә доғала булайыҡ!

Бисмилләһир рәхмәнир рәхим! Әс сәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтуллаһи үә бәрәкәтуһ!

Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр, һеҙҙе килеп еткән изге Рамаҙан айы менән тәбрик итәм!

Барығыҙғала Аллаһы Тәғәлә һаулыҡ, иман байлығы һәм бәхет насип әйләһен. Амин.

Изге Ҡөръән-кәримдең "Әл- баҡара" (Һыйыр) сүрәһенең 183-се аятында “Әй, һеҙ иман килтергәндәр, һеҙгә Ураҙа фарыз булған һымаҡ, һеҙҙән алда йәшәгән халыҡтарға ла ул фарыз ҡылынғайны, бәлки һеҙ, нәҡ һеҙ Ураҙа тотоп, тәҡүәлеләрҙән (Аллаһтан ҡурҡыусылар) булырһығыҙ” тип мөрәжәғәт итә Бөйөк зат Раббыбыҙ.

Минең эргәлә һөрөлгән баҫыу күренеп ята. Уны тиҙҙән эшкәртеп, тырматып иген сәсәсәктәр һәм көҙ көнө, әлбиттә, уңышын урып алырҙар. Мөхтәрәм йәмәғәт, беҙҙең тормошобоҙ ҙа ошо баҫыуға оҡшағандыр. Беҙ ғүмер буйына һөрөп, эшкәртеп, сәсәсәкбеҙ. Ә орлоҡтары уның Ислам диненең биш терәгелер:

1.Шәһәҙәд

2.Намаҙ.

3.Зәҡәт.

4.Ураҙа

5. Хаж.

Шулай уҡ гонаһтан тыйылыу, мосолман һәм халыҡ йолаларын үтәү, милли байрамдарҙы инҡар итмәү, дини һәм фәнни ғилем алыу, туғанлыҡты нығытыу һәм башҡа халыҡтарҙың динен һәм ҡайһы бер ғөрөф ғәҙәттәрен, байрамдарын хөрмәт итеү булыр. Ә ҡиәмәт көнө еткәс, беҙҙең ошо Аллаһ ризалығы өсөн башҡарылған эштәребеҙ, көҙөн йыйып алынған уңыш кеүек булыр һәм Ғәмәл дәфтәребеҙгә алтын юлдар менән яҙылып, һәр беребеҙҙең уң яҡ ҡулына Ожмах асҡысы һымаҡ тапшырылыр. Амин.

Ватандаштарым һеҙгә мөрәжәғәт итәм! Ошо изге айҙа ихлас күңелдән ғибәҙәт ҡылып, һуғыштарҙың тиҙерәк туҡтауын һәм һалдаттарҙың именлегенә, өйҙәренә, ғаиләләенә ҡайтыуын теләп доғала булайыҡ. Амин. Аллаһу әкбәр.

Изге теләк үә ҡотлауҙар менән - Ғәскәр имамы ахун Хәмзә хәҙрәт Хафизов.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас