Ватан һағында
2 Март 2023, 05:50

Һәр саҡ ярҙамға ашығалар

Республика Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булдылар...

Һәр саҡ ярҙамға ашығаларҺәр саҡ ярҙамға ашығалар
Һәр саҡ ярҙамға ашығалар

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә бар район ярҙам итә. Шунһыҙ булмай ҙа. Сөнки был беҙҙең уртаҡ эшебеҙ, ә ут эсендә йөрөгән ир-егеттәрҙең һәр береһе ҡәҙерле беҙҙең өсөн.

Төрлө ойошма-учреждениелар ҙа яугирҙәргә мөһим булған техник саралар, кейем-һалым, дарыу һ.б. алыуҙа ныҡ ярҙам итә. Был йәһәттән Баймаҡ ҡойоу-механика заводын да билдәләп китергә кәрәк. Машзавод яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Уларҙың яҡындарын да иғибарһыҙ ҡалдырмай. Ошо аҙналағы оператив кәңәшмәлә яугирҙәргә өҙлөкһөҙ ярҙам иткән Баймаҡ ҡойоу-механика заводы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Афарин!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас