Ватан һағында
1 Март 2023, 10:05

Яугир рәхмәт сәләмен еткерҙе

Ул үҙе Шишмә районынан һәм Баймаҡ кейәүе икән. Ошо көндәрҙә уны ҡыуандырып Баймаҡ яҡтарынан күстәнәстәр килеп еткән. Яугир беҙҙең яҡтарға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткереүҙе һораны...

Яугир рәхмәт сәләмен еткерҙеЯугир рәхмәт сәләмен еткерҙе
Яугир рәхмәт сәләмен еткерҙе

Яугир рәхмәте 

Шайморатов исемендәге батальонда хеҙмәт иткән яугиребеҙ баймаҡтарға оло рәхмәтен һүҙҙәрен еткереүҙе үтенде. Ул үҙе Шишмә районынан һәм Баймаҡ кейәүе икән. Ошо көндәрҙә уны ҡыуандырып Баймаҡ яҡтарынан күстәнәстәр килеп еткән. “Изге теләктәр яҙылған күстәнәстәрҙе алып күңелем шул тиклем тулды! Һәр һүҙен ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. Улар миңә көс-дәрт бирҙе. Ҙур рәхмәт һеҙгә, баймаҡтар! Үҙегеҙ ҙә имен-һау, бәхетле йәшегеҙ!”-тине ул.

Яугирҙең ҡәйнәһе Икенсе Этҡолда йәшәй. Батыр һалдатыбыҙ уға күп ҡайнар сәләмен юлланы.

Яугирҙәребеҙҙең имен-һау, Еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙҙең күстәнәстәр һеҙгә көс бирә икән, беҙ уларҙы туҡтамай бешерергә, тегергә, эшләргә әҙербеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас