+24 °С
Ямғыр


Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәрҙең ғаиләләре бер мәлгә лә иғтибарһыҙ ҡалмай. Район, ауыл хакимиәте етәкселәре төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә, ойошма-предприятиелар ҙа уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмай.
Ә инде данлыҡлы генерал Шайморатов исемен йөрөткән ирекмәндәр йорт хужалығы эштәрендә ҙур ярҙам күрһәтә. Һуңғы осор күпләп яуған ҡарҙы "һә" тигәнсе таҙартып ҡуя улар. Башҡа эштәрҙе лә оҫта һәм етеҙ башҡаралар. Был егеттәрҙе лә Ватан һағында тип әйтергә була. Сөнки улар яу эсендә йөрөгән ағайҙарының яҡындарын тормош мәшәҡәттәренән һәм ауыр эштәрҙән һаҡлай. Афарин, егеттәр!
Гүзәл Салихова.