Ватан һағында
25 Февраль 2023, 07:05

ТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘ БАТЫРЫ

Отделение командирына “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырылды. Яу уты аңҡыған хәрби кейемдәге, етди ҡарашлы, сикһеҙ көс бөркөлөп торған Илмар Муралеевтың алған йән һәм тән яралары тулыһынса уңалыуын, уның “Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, Рәсәй һалдаттарының барыһы ла имен һау әйләнеп ҡайтһын”,-тигән изге һүҙҙәре тормошҡа ашыуын теләге килә. Рәхмәт һиңә, батыр яугир!

ТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘ БАТЫРЫТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘ БАТЫРЫ
ТЫУҒАН ЯҒЫБЫҘ БАТЫРЫ

Тыуған яғыбыҙ батыры

Отделение командирына “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы тапшырылды

Ильмар Муралеев Украинала махсус хәрби операция башланыу менән үҙ теләге менән яуға юллана. Хәрби ҡаҙаныштары менән дан алған “БАРС” подразделениеһында хеҙмәт итә ул. Көслө, сыҙам, ысын яугир булған Ильмар Салауат улы отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Луганск, Донецк республикаларын дошмандан һаҡлауҙа, Украинала бендеровсылар тоҡомона ҡаршы аяуһыҙ һуғыша. Яуҙағы батырлығы өсөн Ильмар Муралеев Луганск Халыҡ Республикаһы Башлығының Указы менән “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән наградланды. Яугиргә миҙалды Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантанала БР Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев ҡаҙаны. Шулай уҡ яуҙа батырҙарса һәләк булған Ғәзиз Мөхәмәҙиев, Николай Медведев, Игорь Волошкин, Илшат Шәрипов, Илмир Дәүләтбаевтың яҡындарына уларҙың наградалары тапшырылды. Тыныс йоҡлағыҙ, яугирҙәребеҙ, тыуған илегеҙ һеҙҙе бер ҡасан да онотмаҫ. Барыһы өсөн дә рәхмәт һеҙгә!

Ильмар Салауат улы ысын командир, тоғро иптәш, бар ауырлыҡтарҙы йырып сыға алыуы менән айырыла. Илмар Муралеев отделениеһының һалдаттарын үлемдән һаҡлап ҡалыу өсөн барыһын да эшләй, уларҙы яуҙа үҙҙәрен нисек тоторға, һаҡланырға өйрәтә. Аяуһыҙ алыштарҙың береһендә ҡаты яралана, госпиталгә, унан тыуған яҡтарына оҙатыла.

Махсус хәрби операция тураһындағы һорауҙарға: “Бер һуғыш та уйын түгел”,-тип кенә ҡуя батыр яугир. Ә инде яуҙағы ҡаһарманлығы, ни өсөн наградланыуы тураһындағы һорауға: “Унда булған егеттәр барыһы ла көн һайын батырлыҡтар ҡыла”,-тине.

Ысын батыр, көслө рухлы яугир күп һүҙле түгел. Шулай ҙа яу уты аңҡыған хәрби кейемдәге, етди ҡарашлы, сикһеҙ көс бөркөлөп торған Илмар Муралеевтың алған йән һәм тән яралары тулыһынса уңалыуын, уның “Һуғыш тиҙерәк бөтһөн, Рәсәй һалдаттарының барыһы ла имен һау әйләнеп ҡайтһын”,-тигән изге һүҙҙәре тормошҡа ашыуын теләге килә. Рәхмәт һиңә, батыр яугир!

Гүзәл Салихова.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас