Ватан һағында
23 Февраль 2023, 04:00

МИН ҺАЛДАТ

Мин – һалдатмын. Кем һуң һалдат түгел? Һалдат хатта һәр тау, гөл, диңгеҙ. Барыһы туҙа, уҙа… Һалдат тере, Һалдат ҡына ерҙә үлемһеҙ...

МИН ҺАЛДАТМИН ҺАЛДАТ
МИН ҺАЛДАТ

Мин – һалдатмын. Кем һуң һалдат түгел?

Һалдат хатта һәр тау, гөл, диңгеҙ.

Барыһы туҙа, уҙа… Һалдат тере,

Һалдат ҡына ерҙә үлемһеҙ.

Ерҙә барыһы һалдат: ҡош та, таш та…

Әллә һалдат кеше генәме?

Был тормошто төҙөү, биҙәү, һаҡлау

Кешеләрҙең эше генәме?

Был донъяла барыһы атакала,

Ер үҙе лә йәшел шинелле,

Күр, Ҡош юлын биленә быуған ғаләм,

Ҡайыш быуған һалдат шикелле.

Рәшит Назаров.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас