Морат Иҫәндәүләтов – афған яуын үткән яугир. 1984-1986 йылдарҙа ул аҡ ҡомло сүллектә интернациональ бурысын үтәй. Был йылдар күптән уҙһа ла, уның шауҡымы бөгөн дә төштәргә инеп, бәғерҙәрҙе телгеләй, тине әңгәмәсем.
Морат Салауат улы – Ишбирҙе ауылынан. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, артабан уҡыуын Баймаҡ интернат-мәктәбендә дауам итә. 1984 йылдың 4 майында ҡулына хәрби билет тотторалар. Өфө хәрби хеҙмәткә саҡырыу пунктында уҡ уларҙың саҡырылыш егеттәренә Афғанстанға ебәреләсәктәре хаҡында хәбәр итәләр. Өфөнән поезд менән Ашхабадҡа өс көндә барып етәләр. Бында улар дүрт ай хәрби күнекмә үтә. Имтихан һынауҙарын уңышлы тамамлаған һалдаттарҙы бер көн иртә таң менән самолетҡа тейәп Афғанстанға оҙаталар. Самолет Кабулдың аэропортына килеп төшә. Һалдаттарҙың тәүге тәьҫораттары, әлбиттә, шаҡ ҡатырғыс була. СССР менән Афғанстан иленең йәшәйешен сағыштырып, ер менән күк араһындағы айырманы күреп, хәрби хеҙмәттең ниндәй етди буласағын аңлайҙар. Ҡаршы алған һалдаттар, офицерҙар уларға: “Ошо минуттан һеҙҙең хәрби хеҙмәт башланды”, - тип белдерә. Дислокация урынына ҡәҙәр 50 километрҙай ер үтергә кәрәк була. Ләкин ярты юлда колоннаға дошмандар һөжүм итә. Йәш һалдаттар тәүге сирҡанысты шунда ала.
- Афғанстан беҙҙе бик сәйер ҡаршы алды, - тине Морат Салауат улы хәтер ептәрен һүтеп. - Тәбиғәте лә ҡырыҫ күренде. Ҡайҙа ҡарама - тау, сүллек. Халҡы ла беҙҙең яҡ кешеләренә оҡшамаған. Ир-егеттәр мосолман кейемендә, ҡатын-ҡыҙҙар пәрәнжә ябынып йөрөй.
Морат Иҫәндәүләтов Кабулда бер ай тирәһе элемтәсе булып хеҙмәт итә. Артабан уны Багранға оҙаталар. 177-се полктың 3-сө тау-уҡсылар батальонында элемтәсе булып хеҙмәтен дауам итә. Уларға 4 километрға һуҙылған Саланг тонелен һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Тап ул Афғанстандың төньяҡ һәм көньяҡ өлөшөн тоташтырып торған урын була. Башҡа юл булмай. Шуның өсөн дә тонель бик мөһим стратегик объект булып иҫәпләнгән. Дошмандар тонелгә илткән ике яҡ юлдан да Рәсәй һалдаттары колоннаһына һөжүм итер булған. Юғалтыуҙарҙы булдырмаҫ өсөн Саланг тонелен һаҡлаусы төркөмгә тәүлек әйләнәһенә юлды контролдә тоторға тура килгән.
- Һуғыш бер кемде лә аяманы, - тине Морат Иҫәндәүләтов. - Дошмандар тонелде ике яҡлап утҡа тота торғайны. Ҡомлоҡҡа күмелгән миналарҙың шартлауы һөҙөмтәһендә беҙҙең яҡтың юғалтыуҙары, аяҡһыҙ, ҡулһыҙ ҡалып яраланған егеттәребеҙ күп булды. Нисә йылдар үтһә лә, ҡанлы һуғыш, егеттәребеҙҙең етди ҡараштары бөгөнгөләй хәтеремдә. Һуғыш беҙҙе иртә олоғайтты. Тормошҡа икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәтте. Илдә тыныслыҡ булһын.
Ысынлап та, яу яланын үткән һалдаттар тыныслыҡтың ни тиклем ҡәҙерле икәнен яҡшы аңлай. Тормоштоң ҡәҙерен белеп, яҡындарыңдың һөйөүен, туғандарыңдың иғтибарын тойоп йәшәүҙәргә ни етә!