Ватан һағында
14 Февраль 2023, 05:35

Бөгөн яугирҙәргә ярҙам китә

Был юлы яугирҙәргә техник саралар, аҙыҡ-түлек, йылы кейем һ.б. тыш “УАЗ” һәм “ГАЗель” машиналары ла ебәрелә...

Бөгөн яугирҙәргә ярҙам китәБөгөн яугирҙәргә ярҙам китә
Бөгөн яугирҙәргә ярҙам китә

Оператив кәңәшмәнән

Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов үткәргән оператив кәңәшмәлә төрлө мәсьәләләр ҡаралды. Азат Булат улы яугирҙәргә әҙерләнгән гуманитар ярҙам бөгөн әҙерләнеп бөтөүен һәм иртәгә Өфөлә буласағын белдерҙе. Был юлы яугирҙәргә техник саралар, аҙыҡ-түлек, йылы кейем һ.б. тыш “УАЗ” һәм “ГАЗель” машиналары ла ебәрелә. Бынан тыш Азат Булат улы Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан яугирҙәрҙең яҡындарына барып, уларҙың хәлен белешеү мөһимлеген дә белдерҙе.

Берҙәм диспетчер хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса бер аҙна эсендә 138 хәбәр алынған. Улар араһында торлаҡ-коммуналь хужалығына ҡағылышлы һорауҙар күп. Районда ике янғын, 5 юл-транспорт хәл-ваҡиғаһы теркәлгән.

Азат Булат улы берәҙәк эттәр проблемаһын да күтәрҙе. Бының буйынса ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Айнур Вәлишин яуап биреп, подрядсы булған Өфө ойошмаһының яҡшылап эшләмәүен белдерҙе. “Берәҙәк эттәр буйынса заявка булыу менән подрядсы өс көн эсендә, әгәр инде кешеләргә хәүеф янаһа, 4 сәғәт эсендә проблеманы хәл итергә тейеш. Әммә подрядсы был бурысын үтәмәй. Йыл башынан улар беҙҙең районда ни бары ике мәртәбә булды. Хәҙер улар менән килешеүҙе өҙөү буйынса эш алып барыла”,-тине ул.

Ысынлап та берәҙәк эттәр күбәйә. Шундай мәлдә бынан 500 саҡрым алыҫлыҡтағы ойошманың беҙҙең райондың проблемаһын хәл итә алмауы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә улар беҙҙән китер һәм ошоға тиклем уңышлы эшләп килгән үҙебеҙҙең Динис Усманов кире ошо эшкә тотонор тип ышнайыҡ.

Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков әйтеүенсә, бөгөн район-ҡала буйынса биш йөҙҙән ашыу бала киҫкен респиратор вируслы ауырыуҙар менән ауырый. Иҫке Сибай ауылында яңы мәктәпте сафҡа индереү буйынса эш дауам итә. Уның тантаналы асылыуы быйыл 2 апрелгә тәғәйенләнгән. Әлеге ваҡытта ата-әсәләр ҙә дәррәү өмәгә сығып, йыһазды урынлаштырыу һ.б. эштәрҙә ярҙам күрһәтә.

Азат Булат улы үткән аҙнала үткән сараларға туҡталды. Әлбиттә, иң сағыу ваҡиғаларҙың береһе – ул баймаҡтарҙың Өфөлә осрашыуы булды. Ә был аҙнала районыбыҙҙың “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған хеҙмәткәрҙәрҙе билдәләү, уларҙы бүләкләү һәм 2022 йылға йомғаҡ яһау кәңәшмәһе үтәсәк.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ “Башинформсвязь” хеҙмәтенең эше менән танышыу слайдтары күрһәтелде. Район хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Илнур Дәүләтбаев һалымды яңыса түләү буйынса төплө аңлатма бирҙе.

Гүзәл Салихова.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас