Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
8 Февраль 2023, 14:15

Студенттар өсөн

Башҡортостанда туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан студенттарға булышлыҡ итеү буйынса ситуация үҙәге эшләй башланы. Ситуация үҙәгенә 8 (800) 550-67-01 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Кол-үҙәк эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй...

Студенттар өсөн
Студенттар өсөн

Башҡортостанда туғандары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан студенттарға булышлыҡ итеү буйынса ситуация үҙәге эшләй башланы. Ул ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм йәмғиәттең, дәүләттең өҫтәмә ярҙамына мохтаж студенттарға адреслы социаль ярҙам өсөн республика юғары уҡыу йорттары ректорҙары советының ҡарары буйынса булдырылды.

Хәбәр ителеүенсә, үҙәк республиканың юғары уҡыу йорттары ресурстарын берләштерә, бер нисә йүнәлеш буйынса студенттарға, хеҙмәткәрҙәргә ярҙам күрһәтеү ҡарала.

Мәҫәлән, мобилизацияланған граждандарҙың ғаиләләренә юридик яҡтан ярҙам итеүҙе Өфө фән һәм технологиялар университеты контролдә тота. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты белгестәре телефон аша психологик ярҙам күрһәә. Ирекмәнлек эшмәкәрлеге өсөн Башҡорт дәүләт медицина университеты яуаплы. Мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн гуманитар ярҙам йыйыу менән Башҡорт дәүләт аграр, Өфө нефть университеттары вәкилдәре шөғөлләнә.

Ситуация үҙәгенә 8 (800) 550-67-01 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Кол-үҙәк эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 5-кә тиклем эшләй.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: