Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
7 Февраль 2023, 18:10

Тыйырға тәҡдим иттеләр

Закон проекты "граждандарҙы хәрби бурысын үтәүҙән азат итеүгә булышлыҡ күрһәтеү" буйынса хеҙмәттәрҙе рекламалауҙы тыйырға тәҡдим итә...

Тыйырға тәҡдим иттеләр
Тыйырға тәҡдим иттеләр

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Реклама тураһында» Федераль закондың 7-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» федераль закон проектын Дәүләт Думаһына ҡарауға индерергә ниәтләй. Был хаҡта төбәк Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, закон проекты «граждандарҙы хәрби бурысын үтәүҙән азат итеүгә булышлыҡ күрһәтеү» буйынса хеҙмәттәрҙе рекламалауҙы тыйырға тәҡдим итә.

«Бөгөн мәғлүмәт киңлегендә ошондай агрессив реклама күп. Төрлө коммерция структуралары аҡса өсөн ҡасып йөрөгәндәргә кәрәкле юридик йәки медицина хеҙмәттәре күрһәтеп, уларға законлы нигеҙҙә хәрби хеҙмәттән ҡотолорға ярҙам итергә вәғәҙәләй», – тип белдерҙе Толкачев.

«Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында» федераль законға ярашлы, рәсәйҙәрҙең хәрби бурысы хәрби иҫәпте, хәрби хеҙмәткә мотлаҡ әҙерлекте, хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы, саҡырыу буйынса хеҙмәт итеүҙе, запаста булыуҙы, запаста булған осорҙа хәрби күнекмәләргә саҡырыуҙы күҙ уңында тота.

«Ватанды һаҡлау – Рәсәй Федерацияһы гражданының бурысы, – тип билдәләне Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе. – Хәрби һәм альтернатив гражданлыҡ хеҙмәтенән баш тартыу өсөн енәйәт яуаплылығы янай. Хәрби иҫәп буйынса бурыстарын үтәмәгән, медицина тикшереүенән баш тартҡан өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Тейешле хеҙмәттәрҙең рекламаһы граждандарҙы хоҡуҡ боҙоуға этәрә. Беҙ ошондай рекламаны тыйырға тәҡдим итәбеҙ».

Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексының 13.3-сө статьяһына ярашлы, реклама биреүсегә йәки таратыусыға реклама тураһында ҡануниәтте боҙған өсөн административ яуаплылыҡ һәм штраф һалыу күҙ уңында тототола:

– граждандарға – 2000-2500 һум;

– вазифа биләүселәргә – 4000- 20 000 һум;

– юридик шәхестәргә – 100 000-500 000 һум.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: