Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
6 Февраль , 14:25

Яугирҙәргә арналған бер көн

Тайҙы ир-егеттәр һуйғандан һуң Боҫҡоновтар йортона ярҙамсылар килеп тә етте. Әлфира Хәлитова, Руфина Мостахетдинова, Бикә Ғәйнуллина, Римма Ғибәҙәтова, Гөлнур Дилмөхәмәтова, Гөлдәр Илбулова йорт хужабикәһе Гөлназ Боҫҡонова менән бергә итте быҡтырыу өсөн әҙерләй ҙә башланы...

Яугирҙәргә арналған бер көн
Яугирҙәргә арналған бер көн

 

Ҡаһармандар дәүере

Яугирҙәргә арналған бер көн

Түбәләр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға быҡтырылған ит һәм ҡаҙы әҙерләне

Бөгөн илебеҙҙә йәшәгән һәр кемдең йөрәгендә тик бер уй – яугирҙәребеҙҙең махсус хәрби операциянан имен-һау һәм еңеү менән ҡайтыуы. Әлеге ваҡытта ут эсендә йөрөгән ир-егеттәребеҙгә көн дә доғалар бағышлана, халҡыбыҙ уларға ярҙам итеү өсөн көсөн йәлләмәй.

Түбә ауылында йәшәгән Гөлназ һәм Ҡыуат Боҫҡоновтар яугирҙәребеҙ өсөн бер тай һуйҙы. Был хаҡта ауылдаштарына алдан әйтелгән ине. Шуға күрә был изге эште улар күмәкләп башҡарҙы. Түбә ауыл биләмәһе башлығы Әлфира Хәлитова: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә һәр кемебеҙҙең ярҙам иткеһе, уларҙың хәрби юлдарын еңеләйткеһе килә. Шуға күрә Ҡыуат Шәһимырҙан улы егеттәргә ярҙам итеү өсөн тай һуясағын әйткәс, уны бар ауыл дәррәү күтәреп алды”,-тине.

Тайҙы ир-егеттәр һуйғандан һуң Боҫҡоновтар йортона ярҙамсылар килеп тә етте. Әлфира Хәлитова, Руфина Мостахетдинова, Бикә Ғәйнуллина, Римма Ғибәҙәтова, Гөлнур Дилмөхәмәтова, Гөлдәр Илбулова йорт хужабикәһе Гөлназ Боҫҡонова менән бергә итте быҡтырыу өсөн әҙерләй ҙә башланы. Уларҙы стерллингән банкаларға япҡандандан һуң (төрлө үлсәмдәге 74 банка булды), ҡаҙы эшләүгә тотондолар. Артабан әҙер булған ҡаҙыларҙы бешерергә ҡуйҙылар. Унан был ит туңдырылып, егеттәргә ебәреләсәк. Белеүегеҙсә, бешереп туңдырылған ҡаҙы оҙаҡ һаҡлана, туҡлыҡлығы менән айырыла. Бар эш яугирҙәребеҙгә изге теләктәр теләү аҫтында үтте.

Йорт хужаһы Ҡыуат Боҫҡонов районыбыҙҙа шәхси эшҡыуар булараҡ та яҡшы билдәле. Ҡыуат Шәһимырҙан улы: “Яугирҙәребеҙгә күңел йылыбыҙ барып етерлек ярҙам ебәреү уйы – һәр саҡ күңелебеҙҙә. Шуға күрә бөгөн әҙерләнгән күстәнәстәргә улар һөйөнәсәк икән, был беҙгә йөҙләтә шатлыҡ. Иң мөһиме – улдарыбыҙ, яҡындарыбыҙ имен-һау, үҙ аяғында еңеү менән ҡайтһындар”,-тине.

Эйе, изге уйҙар менән янып йәшәгән һәр яҡташыбыҙҙың теләктәре тормошҡа ашһын. Боҫҡоновтар һәм уларҙың ауылдаштары ҙур эш башҡарҙы. Әйтергә кәрәк, бөгөн районыбыҙҙың һәр ауылында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеү ойошторола. Яҡташтарым үҙҙәрен кәрәк саҡта бер ҙур һәм берҙәм көс булып уҡмашып, һәр ауырлыҡты еңә алыуын, ил һаҡсыларына ныҡлы терәк-таяныс була алыуын көн дә күрһәтә. Афарин, баймаҡтар!

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас в