Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
2 Февраль 2023, 18:20

ЯУГИРҘӘРГӘ - "ГАЗЕЛЬ"!

Район мәғариф бүлегендә махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ебәреү өсөн “ГАЗель” автомашинаһы әҙерләнде...

ЯУГИРҘӘРГӘ - "ГАЗЕЛЬ"!
ЯУГИРҘӘРГӘ - "ГАЗЕЛЬ"!

Һөйөнөслө яңылыҡ

Яугирҙәргә - “ГАЗель”!

Район мәғариф бүлегендә махсус хәрби операциялағы ир-егеттәргә ебәреү өсөн “ГАЗель” автомашинаһы әҙерләнде.

Транспорт яҡшылап ҡаралды, ҡайһы бер запчастәре яңынан ҡуйылды. Һары төҫтән ҡуйы йәшел төҫкә ингән машинаны ҡарарға район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев килде. Ул ҙур эште башҡарып сыҡҡан мәғариф бүлегендә эшләгән ир-егеттәргә, бағыусыларға оло рәхмәтен еткерҙе.

Район мәғариф бүлеге механигы Азамат Баймурзин әйтеүенсә, транспорттың төҙөклөгөнә, буяу һ.б. эштәренә Әмир Ишйәров, Илдар Ҡаһарманов, төрлө мәктәп водителдәре, урындағы эшҡыуарҙар күп көс һалған.

Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков мәктәп уҡыусылары хеҙмәт дәрестәрендә әҙерләгән маскировка сеткаларын да күрһәтте. Улар еүешләнгәндә ауыраймаған махсус материалдан эшләнгән. Ә был яугирҙәр өсөн бик тә мөһим.

Ҙур эште башҡарып сыҡҡан ир-егеттәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. “Газель” автомашинаһы февралдәге гуманитар ярҙам менән махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙ янына оҙатыласаҡ. Был тимер аттың ир-егеттәребеҙҙе ҡурсалап, уларҙы ҡалҡандай һаҡлауын теләйбеҙ.

Яугирҙәргә әҙерләнгән был бүләк тураһында тулы мәҡәләне “Һаҡмар” гәзитендә уҡығыҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: