Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
31 Ғинуар 2023, 09:05

Йөрәктәрҙә ҡалыр осрашыу

Ватан һағында булғандарҙы данлап...

Йөрәктәрҙә ҡалыр осрашыу
Йөрәктәрҙә ҡалыр осрашыу

Байыш ауылында күңелдәрҙә оҙаҡ һаҡланыр сара үтте. Күңелдәргә үтеп ингән осрашыу Афған, Чечен һуғыштарын кисергән яугирҙәргә һәм хәҙерге ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә арналды.

Сараға районыбыҙҙың “Хәрби туғанлыҡ” ойошмаһының етәксеһе Рәмис Әмиров һәм яугир-интернационалистар килде. Улар балаларға әрмегә әҙерлек, үҙҙәре үткән яу юлдары хаҡында һөйләне. Һәр кем Ватан һағына барғанда спорт яғынан яҡшы әҙерлектә булыуҙың мөһимлеген белдерҙе.

Байыштың “Хәтирә” фольклор ансамбле сараның айырым биҙәге булды. Һуңынан яугирҙәргә иҫтәлеккә бүләктәр ҙә өләшелде.

Был хаҡтағы тулы материалды “Һаҡмар” гәзитенең ошо аҙналағы һанында уҡый алаһығыҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: