Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
31 Ғинуар 2023, 09:20

Районда ярҙам әҙерләү дауам итә

Район башлығы 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзиттәренә яҙылыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Бөгөн “Һаҡмар” гәзитенә 2989 кеше яҙылған. Был пландың 90,58 процентын тәшкил итә...

Районда ярҙам әҙерләү дауам итә
Районда ярҙам әҙерләү дауам итә

Оператив кәңәшмәнән

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәлә район-ҡалала аҙна эсендә булған мөһим ваҡиғалар ҡаралды.

Берҙәм диспетчер хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо арауыҡ ваҡытта ҡалала ике урында (бер усаҡлыҡ һәм бер йорт) төтөн сығыуы күҙәтелгән. Шуныһы ҡыуаныслы, ут сығыуына юл ҡуйылмаған. Фәнис Әминев бәләкәй бала булған ғаиләләге был хәлде ныҡлап тикшерергә, АДПИ ҡоролмаһының нисек ҡуйылғанын, төҙөклөгөн тикшерергә ҡушты. “Оло ҡазанан беҙҙе бер аҙым һәм янғын һүндереүселәрҙең тиҙ эш итеүе генә ҡотҡарып ҡалды”,-тине район башлығы.

Янғындарҙы иҫкәртеү йәһәтенән рейдтар дауам итә. Был йәһәттән Алексей Власовтың сығышы ла күп нәмәгә асыҡлыҡ индерҙе. Ул былтырғы ғәҙәттән тыш хәлдәргә тулы анализ яһаны һәм ҡазаларға юл ҡуймау өсөн ниҙәргә иғтибар итергә кәрәклеген һөйләп үтте.

Күп функциялы үҙәктең етәксеһе Инга Викторовна үҙҙәренең айына ун меңдән ашыу хеҙмәтләндереү күрһәтеүен, Урғаҙа, Темәстә лә уңышлы эш алып барыуҙары хаҡында әйтеп үтте.

Районда спорт саралары ла гөрләп дауам итә. Был йүнәлеште етәкләгән Вадим Ғәбитов ошо аҙнала “Лыжня России” тип аталған ҙур сара үтәсәген һөйләне. Ул етәкселәрҙе лә был ярышта әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Район башлығы 2023 йылдың тәүге ярты йыллығына район гәзиттәренә яҙылыу мәсьәләһен дә күтәрҙе. Бөгөн “Һаҡмар” гәзитенә 2989 кеше яҙылған. Был пландың 90,58 процентын тәшкил итә. “Баймакский вестник” гәзитенә 1118 кеше яҙылған. Был пландың 65,76 процентын тәшкил итә. Фәнис Ғәбдрәшит улы гәзиттәргә яҙылыу буйынса район хакимиәте тарафынан ҙур эш башҡарылыуын, әммә һөҙөмтә насар булыуын, баш мөхәррирҙәрҙең эшләп еткермәүен, шуға күрә был йәһәттән тейешле һығымта яһалып, ҡарар ҡабул ителәсәген белдерҙе.

Артабан Фәнис Ғәбдрәшит улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәргә гуманитар ярҙам мәсьәләһен күтәрҙе. Был йәһәттән район-ҡала буйынса ҙур эш башҡарыла, ойошма-предприятиелар ҙа, халыҡ та бик әүҙем булыуы ҡыуандыра.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: