Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
29 Ғинуар 2023, 13:40

Шайморатовсылар гөрләп йәшәй

Районда беренсе булып асылған шайморатовсылар класы яугирҙәргә ярҙам әҙерләне...

Шайморатовсылар гөрләп йәшәй
Шайморатовсылар гөрләп йәшәй

Бөгөн бөтә Рәсәй халҡы берләшеп, махсус операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә посылкалар һәм изге хаттар ебәреп, уларға үҙҙәренең ярҙамдарын күрһәтергә тырыша. Баймаҡ лицей-интернатың районда беренсе булып асылған шайморатовсылар класы ла был акциянан ситтә ҡалмай.  Улар кураторҙары Нурдәүләтов Илһам Айса улы менән берлектә маскировка сеткаһын үрҙеләр һәм илебеҙ намыҫын һаҡлаусы хәрбиҙәргә изге теләктәр менән хаттар яҙҙылар.

Ә акцияла ҡатнашырға ҙур теләк белдергән әүҙем ата-әсәләр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, тәм-томдар, сәйҙәр, киптерелгән емештәр, шәхси гигиена саралары һәм йылы кейемдәр йыйып, ҡумталарға тултырып, тәғәйенләнгән ебәреү урынына алып барып та ҡуйҙылар. Был ебәрелгән посылкалар менән батыр һалдаттарыбыҙға беҙҙең шайморатовсыларҙың һәм ата-әсәләрҙең йөрәк йылыһы, изге теләктәре барып етер тип ышанабыҙ. Сарала ҡатнашыусылар былай тине:

- Беҙ ғәзиз һалдаттарыбыҙҙың еңеү менән имен – һау тиҙерәк өйгә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ. Беҙ улар менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм көтәбеҙ.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: