Һаҡмар
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Ғинуар 2023, 15:00

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамға

Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә төрлө йүнәлешле ярҙам күрһәтелә...

Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамға
Яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙамға

Быйыл республика ҡаҙнаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү өсөн яҡынса 1,5 миллиард һум ҡаралған. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында республика вице-премьеры – финанс министры Лира Иғтисамова хәбәр итте.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам буйынса сараларҙың күбеһе мәғариф өлкәһенә ҡағыла.

Вице-премьер әйтеүенсә, балаларға һәм үҫмерҙәргә ярҙам итеүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә. 2023 йылдың ғинуар башына 2,6 меңдән ашыу бала баҡсаға бушлай йөрөй. Бынан тыш, 5-11 кластарҙа белем алған 2,2 мең уҡыусы һәм колледждарҙың 500-ҙән ашыу студенты бушлай ҡайнар аш менән тәьмин ителгән.

Шулай уҡ уҡыусылар һәм 23 йәшкә тиклемге студенттар ҡала йәмәғәт транспортында бушлай йөрөй ала. Бөгөнгә 3,1 мең кеше ошо хоҡуҡтан файҙаланған да инде.

1178 бала түңәрәктәрҙә бушлай шөғөлләнә. Бер үк ваҡытта 136 бала – республиканың ҡала ситендәге лагерҙарына, 91 бала – шифахана-курорт учреждениеларына юллама, ә 50 кеше республика колледждарына белем биреү сертификаттары алған.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларының йәйге ялын ойоштороуға республика бюджетында 246 миллион һум ҡаралған. 50-нән ашыу балаға урта һөнәри белем биреүҙең төп профессиональ белем биреү программалары буйынса уҡыу өсөн сертификаттар тапшырылған.

Социаль ярҙам күрһәтеү йәһәтенән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларынан социаль ярҙам тәғәйенләү тураһында 4 368 ғариза алынған. Шуларҙың 314-е буйынса ыңғай ҡарарҙар ҡабул ителгән. Бынан тыш, 8 мең кеше ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса коммуналь хеҙмәткә түләүҙән азат ителгән.

Йәмғеһе 3976 кешегә медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Үҙ ихтыяжы өсөн ағас алыу-һатыу килешеүе буйынса 161 ғаилә льготалы ставка буйынса өйҙәрҙе йылытыу өсөн ағас алған.

2023 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләр һәр типтағы бер транспорт сараһына 2022 йыл өсөн транспорт һалымын түләмәй.

Вице-премьер билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә консультация биреү һәм психологик ярҙам күрһәтеү мөһим эш булып тора. «Ғаилә» үҙәктәре белгестәре төрлө ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 2976 консультация биргән, бер меңгә яҡын ғаиләгә психологик ярҙам күрһәтелгән.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: