Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
26 Ғинуар 2023, 15:15

Посылкаға нимә һалабыҙ?

Район-ҡала буйынса яугирҙәргә ярҙам, посылкалар халыҡ ижады үҙәгендә йыйыла...

Посылкаға нимә һалабыҙ?
Посылкаға нимә һалабыҙ?

Башҡортостанда йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға посылка ебәрә ала. Республикабыҙҙан сираттағы гуманитар ылау февраль башында юлға сыға.

Район-ҡала буйынса ярҙам, посылкалар халыҡ ижады үҙәгендә йыйыла. Эш көндәрендә иртәнге туғыҙҙан киске бишкә тиклем тапшырырға мөмкин (12.00 - 14.00 - тәнәфес). Ял көндәрендә посылкаларҙы район хакимиәтенең вахтаһына ҡалдырырға мөмкин.  

Посылка әҙерләгәндә тәҡдим ителгән әйберҙәр исемлегенә иғтибар итергә кәрәк. Иң тәүҙә эске кейем, термокейем, шәхси гигиена әйберҙәре, олтораҡтар, батарейкалар, быҡтырылған ит, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, тәмәке, шәкәр, шоколад, сәй, кофе.

Посылкаға шулай уҡ оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, хаттар, өҫ һәм аяҡ кейеме һалырға мөмкин. Алкоголь, наркотик, аҡса, осло предметтар, ҡорал ҡәтғи тыйыла!

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: