Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
24 Ғинуар 2023, 12:00

Яугирҙәребеҙ иғтибар үҙәгендә

Фәнис Ғәбдрәшит улы шулай уҡ яугирҙәргә техника, запчастәр һ.б. кәрәклеген әйтеп үтте. Райондан ебәрелгән ике УАЗ автомашинаһы утҡа ла эләгеп, йыш йөрөүҙән дә, йыш ремонтты талап итә икән. Шуға күрә Фәнис Ғәбдрәшит улы ир-егеттәребеҙгә “Соболь” автомашинаһы әҙерләнеүен белдерҙе...

Яугирҙәребеҙ иғтибар үҙәгендә
Яугирҙәребеҙ иғтибар үҙәгендә

Оператив кәңәшмәнән

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үткәргән оператив кәңәшмәнең төп мәсьәләһе – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү булды.

Фәнис Ғәбдрәшит улы районыбыҙҙан 150-ән ашыу ир-егеттең Украинала булыуын белдерҙе. Хәрби операцияға Баймаҡтан юлланғандарҙың да, башҡа төбәктән алынғандарҙың, контракт төҙөүселәрҙең дә исемлеге төҙөлгән. “Был беҙгә бер яугирҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай уларға ярҙам итеү, шулай уҡ ғаиләһен, балаларын иғтибар үҙәгендә тотоу өсөн кәрәк”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Район башлығы сираттағы гуманитар ярҙамдың тик яугирҙәребеҙҙең ихтыяжынан сығып әҙерләнеүен белдерҙе. “Улар техник саралар менән тәьмин итеүҙе һорай, тимәк, был яҡтан уларға ярҙам итеү өсөн беҙ барыһын да эшләйәсәкбеҙ”,-тине.

Әйткәндәй, район башлығы һәм уның урынбаҫарҙары яугирҙәребеҙҙе ҡыуандырасаҡ шәхсән үҙ бүләктәрен әҙерләп тә ҡуйған инде. Улар ике тепловизор һатып алған. Тепловизорҙарҙың ир-егеттәребеҙгә бигерәк тә кәрәк икәнен һәр кем аңлай.

Фәнис Ғәбдрәшит улы шулай уҡ яугирҙәргә техника, запчастәр һ.б. кәрәклеген әйтеп үтте. Райондан ебәрелгән ике УАЗ автомашинаһы утҡа ла эләгеп, йыш йөрөүҙән дә, йыш ремонтты талап итә икән. Шуға күрә Фәнис Ғәбдрәшит улы ир-егеттәребеҙгә “Соболь” автомашинаһы әҙерләнеүен белдерҙе. Был транспорт сираттағы гуманитар ярҙам менән Баймаҡ егеттәренә ебәреләсәк. Ә беҙҙең һағышлы сәләмгә төрөп әҙерләнгән ярҙамыбыҙ Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Өфөнән ҡуҙғаласаҡ. Шуға күрә бит бар район буйынса маскировкалау сеткалары әҙерләнә, сәк-сәктәр бешерелә, ҡаҙылар әҙерләнә, ойоҡбаш-свитерҙар бәйләнә. Ғөмүмән, бар яҡташтарыма сикһеҙ изгелеге өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. Яугирҙәргә ярҙам ебәреүҙән бер кем ситтә ҡалмай, хатта кескәйҙәребеҙ ҙә ағай-олатайҙарына һүрәттәр төшөрә, балалар хаттар яҙа, маскировкалау сеткаларын үреүҙә ҡатнаша. Ошондай юғары рухлы, илһөйәр халҡыбыҙға дошмандың теше лә үтмәйәсәк. Ир-егеттәребеҙгә ярҙам итеп беҙ улар менән бергә Ватан һағына баҫабыҙ бит. Ә инде Фәнис Ғәбдрәшит улының ут эсендә йөрөгән яугирҙәребеҙҙең йылы һүҙҙәрен, рәхмәттәрен даими еткереп тороуы бигерәк тә ҡыуандыра. Тимәк, беҙҙең яугирҙәребеҙ йөрәк йылыбыҙҙы тоя, уларға бағышланған доғаларыбыҙҙы ишетә.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ янғындарҙы профилактикалау сараларына ныҡлы иғтибар биреү кәрәклеге белдерелде. “Был йәһәттән ныҡлы эш алып барыла. Был ҡыуандыра. Кисә Баймаҡта янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең эшенә йомғаҡ яһалды. Унда БР янғынға ҡаршы хеҙмәттең дәүләт комитеты начальнигы урынбаҫары Рәмил Давидов та ҡатнашты. Шуныһы ҡыуаныслы, ауыл биләмәләренлә урынлашҡан янғын һүндереү частәрен техник яҡтан нығытыу тураһында һүҙ булды”,-тине Фәнис Ғәбдрәшит улы.

Мәғариф бүлеге начальнигы Фәнил Ирмәков уҡыу барышы, балаларҙың вируслы инфекциялар менән ауырыуы бер аҙ артыуы тураһында әйтеп үтте. Бынан тыщ быйыл капиталь ремонтланасаҡ мәктәптәр тураһына мәғлүмәт бирелде.

Район башлығы ЭКО-Сити хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп ҡалала ла, ауылдарҙа ла сүп-сар контейнерҙары тәртиптә булырға, ваҡытында йыйыштырылырға тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Пенсия фонды иадарылығы начальнигы Кәрим Баязитов хеҙмәттәге үҙгәрештәр һәм былтырғы эштәре буйынса отчет яһаны. Беҙҙең районда уртаса пенсия күләме – 14838.78 һум икән.

Юлдар, торлаҡ-коммуналь хеҙмәтләндереүе, һыу, йылылыҡ өсөн түләү, улар буйынса бурыстар проблемаһын хәл итеү һорауы ла күтәрелде.

Район хакимиәтенең бизнес-шерифы Ирек Абдуллин яугирҙәргә ебәреләсәк гуманитар ярҙам тураһында өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе һәм яҡындарына посылка ебәрергә теләүселәр үҙенә шылтырата алыуын (3-17-46) белдерҙе.

Район хакимите башлығы Фәнис Әминев бөгөн “Талҡаҫ” шифаханаһының эшен ҡараясағын, шулай балаларҙың йәйге ялы тураһында һөйләшеү буласағын белдерҙе.

Район һәм ҡалала булған хәл-ваҡиғалар тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте, мәҡәлә-репортаждарҙы “Һаҡмар” гәзитенән уҡый алаһығыҙ.

Гүзәл Салихова.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: