Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
19 Ғинуар 2023, 15:43

Уландарыбыҙҙы һаҡлаһын!

#СвоихНеБросаем#Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022#Сәләмәтауыл2022#Здоровоесело2022#БаймакскийрайонСтарыйСибай #БаймаҡрайоныИҫкеСибай#ВсемирныйКурултайБашкир#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы Изге теләк менән әҙерләнгән маскировкалау сеткаһы ир-егеттәребеҙҙе һаҡлаһын, дошмандарҙан яҡлаусы пәрҙә булһын!Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Иҫке Сибай ауылы халҡы махсус хәрби операцияға юлланған 17 һалдатына даими ярҙам күрһәтә. Улар менән тығыҙ бәйләнеш булдырғандар. Ғаиләләре лә иғтибар үҙәгендә. Яугирҙәргә яҡын арала тағы ла ылау оҙатыласаҡ. Шул маҡсаттан ошо көндәрҙә тотош ауыл халҡы  маскировкалау сеткаһы әҙерләүгә тотондо. Ауыл биләмәһе хакимиәте, "Ағинәйҙәр", ҡатын-ҡыҙҙар советы, ветерандар советы ағзалары, мобилизацияланғандарҙың ата-әсәләре, ауыл халҡы бергә тупланып, ике көн буйынса 50 метрҙан ашыу сетка әҙерләне. Бындай сауаплы эштән уҡыусылар ҙа ситтә ҡалманы. 

Изге теләк менән әҙерләнгән маскировкалау сеткаһы ир-егеттәребеҙҙе һаҡлаһын, дошмандарҙан яҡлаусы пәрҙә булһын!

Уландарыбыҙҙы һаҡлаһын!
Уландарыбыҙҙы һаҡлаһын!
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: