Һаҡмар
+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
17 Ғинуар 2023, 18:45

Шәп бит!

Иҫке Сибай халҡы яугирҙәребеҙгә үҙенсәлекле лә, кәрәкле лә ярҙам ... үрҙе

Шәп бит!
Шәп бит!

Иҫке Сибай халҡының уңғанлығына хайран ҡалырһың. Ауыл биләмәһе башлығы Сибай Утарбаев етәкселегендә эшләгән һәм йәшәгән иҫке сибайҙар барыһына ла өлгөрә. Матур-матур йорттар ҡалҡа унда, эшһөйәр һәм мөхәббәтле ғаиләләр йәштәргә өлгө бирә,ә ололар матур тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

Украинала махсус хәрби операция башланғас та Иҫке Сибай ауылы халҡы ир-егеттәребеҙ өсөн ярҙамды йәлләмәй. Инәй-апайҙар йылы әйберҙәрен бәйләй, аҙыҡ—түлек һ.б. йыйылған күстәнәстәр йыйыла.

Ә бөгөн биләмәнең әүҙем командаһына ҡушылып ауыл халҡы яугирҙәребеҙгә маскировкалау селтәрен үрҙе. Эйе-эйе, күмәкләшеп, дәртләнешеп, беҙҙекеләрҙең еңеп, һуғыштың тиҙерәк бөтөүен теләп, күмәкләп үрҙе улар! Изге ниәттәр әйтеп, доғалар уҡый-уҡый үрелгән был әйберҙәр беҙҙең ир-егеттәребеҙҙе дошмандың утынан да, бар насарлығынан да һаҡлауын теләйек. Яугирҙәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!

Афарин, Иҫке Сибай халҡы!

Гүзәл Иҫәнгилдина.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: