Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ватан һағында
14 Ғинуар 2023, 16:10

Яугирҙәребеҙҙең ҡайнар сәләмен алып ҡайттым

Был йәһәттән мин БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа рәхмәт әйткем килә. Ул хәҙер Шайморатов батальонының замполиты булып бихисап ҙур эштәр башҡара. Азат Шамил улы яугирҙәргә ике-өс аҙналыҡ ял ойошторам тине һәм һүҙендә тороп, егеттәргә 4 аҙна тыныс урында булып ял итеү, һаулығын тикшертеү-нығытыу мөмкинселеген булдырҙы. Беҙҙең Баймаҡ, Мерәҫ егеттәре менән йыш аралашам...

Яугирҙәребеҙҙең ҡайнар сәләмен алып ҡайттым
Яугирҙәребеҙҙең ҡайнар сәләмен алып ҡайттым

Көн ҡаҙағында

Яугирҙәребеҙҙең ҡайнар сәләмен алып ҡайттым...”

Бөгөн һәр кемебеҙҙең күңелендә бер теләк яңғырай: “Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙ тиҙерәк имен-һау әйләнеп ҡайтһын!” Ә инде улдарын, ирҙәрен, атайҙарын ошо ҡыҙыу урынға ебәргәндәргә бөтөнләй күңел тыныслығы юҡ. Республикабыҙҙың ирекле батальондарының имамы Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың ялға ҡайтыуын ишетеп уның менән осрашыуға ашыҡтым. Ут эсендә йөрөгән егеттәребеҙҙең янында булған хәҙрәткә һорауҙар биреп, ниндәйҙер кимәлдә күңелдәребеҙҙе тынысландырыу маҡсатын да ҡуйҙым.

- Хәмзә хәҙрәт, беҙҙең яугирҙәр ас-яланғас, хатта ҡоралһыҙ йөрөй тигән һүҙҙәр ишетелеп ҡала. Элемтәгә сыҡҡанда ир-егеттәребеҙ киреһенсә барыһы ла һәйбәт тип белдерә. Ысынында нисек һуң?

- Яугирҙәребеҙ ҡаралмай, асыға тип ялған хәбәр таратып, халыҡтың башын бутарға маташыусылар табылып тора. Ысынында мин бар фронт һыҙығы буйлап йөрөгән кеше булараҡ, яугирҙәребеҙҙең ҡышҡы кейеме лә, ашарына ла, ҡоралы ла булыуын белдерәм. Егеттәрҙең кәйефтәре лә көр, улар тик еңеү менән ҡайтыу тураһында ғына хыяллана. Шул уҡ ваҡытта унда һуғыш барыуын онотмағыҙ. Шартлау артынан шартлау яңғырағанда ялан кухняһының егеттәр янына ваҡытында барып етмәүе лә бар. Ундай саҡта ашау ваҡыты кисектерелә лә инде. Егеттәр янында булғанда уларҙың үҙҙәренең дә бик оҫта итеп ашарға бешереүҙәрен күҙәтергә тура килә.

- Һеҙ – һалдат түгел. Хәрби операцияға үҙ теләгегеҙ менән киттегеҙ. Бының сәбәбе нимәлә?

- Әҙәм балаһы йәшәү менән үлем араһында ҡалғанда дин тураһында йыш уйлана. Дөрөҫөрәге, йәндең мәңгелеге, Хоҙай Тәғәлә хаҡында. Әлбиттә шундай саҡта уларҙың янында дин әһелдәре булырға тейеш. Беҙ отец Виктор менән менән бергәбеҙ унда. Ялға ла бергә ҡайттыҡ. Егеттәр ҙә: мосолмандар ҙа, христиан динлеләр ҙә унда бергә-бергә, бик татыу. Ауыр мәлдә яугирҙәргә ярҙам итә алдыҡ икән, тимәк, маҡсатыма ирештем.

- Яугирҙәр һеҙҙең ярҙамығыҙҙа Юғары Көстөң тылсымын тоя, тимәк?

- Әҙәм балаһының инаныуы мөһим. Мәҫәлән, беҙ егеттәр менән һөйләшкән, доғалар уҡыған ваҡытта шартлауҙар туҡтап ҡалғаны йәки дошман көслө утҡа тотҡан ваҡытта ла, бер яугир ҙә яраланмауы кеүек күренештәр күҙәтелде. Әгәр кешенең был донъялағы һуғыр сәғәте бөткән икән, ул яуҙамы йәки йылы түшәгендә ятамы – барыбер ғүмере өҙөлә. Ә инде ейер ризығы булһа, өҫтөнә пулялар ҡурғаш булып яуһа ла, имен ҡала. Тағы бер нәмәне әйткем килә. Суррогат алкоголдән, юл фажиғәләрендә, янғындарҙа һәм башҡа ҡазаларҙа кешеләр, хәрби операцияға ҡарағанда, күберәк һәләк була. Тик беҙ, ни тиклем ҡурҡыныс яңғырамаһын, ул күренештәргә күнегеп бөткәнбеҙ.

- Яугирҙәр араһында намаҙға баҫыусылар бармы?

- Эйе һәм улар күбәйә бара. Сөнки һуғышта кеше ике донъя араһын бик нескә тоя башлай. Беҙ егеттәр менән йома намаҙҙарын уҡыйбыҙ, уларға дингә баҫыу тәртиптәрен өйрәтәм. Рәхмәтле булып ҡабул итәләр.

- Башҡорт егеттәре үҙҙәрен нисек итеп танытты?

- Тик яҡшы яҡтан. Бер комбриг беҙҙең егеттәрҙе яратып: “Мои современные северные амуры” тип йөрөтә. Сөнки башҡорт ир-егеттәре сыҙам, батыр, улар бер ҡасан зарланмай, ҡаһармандарса һуғыша. Шуға уларҙы өлгө итеп ҡуялар.

- “Тик башҡорттарҙы ғына ебәрәләр яуға” тигән һүҙҙәр ҙә ишетелеп ҡала...

- Быныһы ла төптө ялған һүҙҙәр. Унда илебеҙҙең һәр төбәгенән һәр милләт кешеләре бар.

- Яраланһа ла ҡайтырға теләмәгән егеттәребеҙ бар.

- Эйе, яугирҙәребеҙҙең саялығына, иптәштәренә ҡарата булған тоғролоғона хайран ҡалырға тура килә. Яраланғандан һуң тыуған яғына ҡайтып китеү мөмкинселеге барлыҡҡа ҡилһә лә, уларҙы ҡайтарып булмай. “Нисек егеттәремде ташлап ҡайтайым мин, юҡ, беҙ тик бергә һәм еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ!”-тигән һүҙҙәре йөрәккә үтеп инә. Һәм мин шундай батыр улдар үҫтергән атай-әсәйҙәргә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, изге доғаларымды еткерәм.

- Егеттәребеҙгә ял итеп алырға мөмкинселек булдырыламы?

- Был йәһәттән мин БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа рәхмәт әйткем килә. Ул хәҙер Шайморатов батальонының замполиты булып бихисап ҙур эштәр башҡара. Азат Шамил улы яугирҙәргә ике-өс аҙналыҡ ял ойошторам тине һәм һүҙендә тороп, егеттәргә 4 аҙна тыныс урында булып ял итеү, һаулығын тикшертеү-нығытыу мөмкинселеген булдырҙы. Беҙҙең Баймаҡ, Мерәҫ егеттәре менән йыш аралашам. Районыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың башҡа урындарынан булған яугирҙәр менән дә бәйләнештәмен. Барыһына ла хәлемдән килгән тиклем ярҙам итергә тырышам.

- Һеҙ яугирҙәребеҙгә ниндәй ярҙам кәрәклеген дә еткереп бараһығыҙ.

- Эйе, район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев менән бәйләнеш тотабыҙ. Фәнис Ғәбдрәшит улына егеттәрҙең ниндәй теләктәре барлығын әйтәм, ә ул барыһын да үтәргә тырыша. Яңы йыл алдынан район етәксеһе алғы һыҙыҡҡа тиклем килеп етеп, районыбыҙҙан ярҙам алып килеп, яугирҙәрҙе бик һөйөндөрҙө. Ғөмүмән, халҡыбыҙ 1812 йылғы һуғыштан алып ил һаҡсыларына һәр саҡ ярҙам ебәреүҙе ойошторған. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикабыҙҙың үҙ аҡсаһына тотош дивизия төҙөүе, ә күпме алтын ебәреүе тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ булды бит. Хәҙер ҙә халҡыбыҙ яугирҙәребеҙгә ярҙам ебәреүҙе ойоштора һәм беҙ бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ.

- Һеҙгә янған йорттарҙы ла, һәләк булған кешеләрҙе лә күрергә тура килә...

- Эйе, был ысынлап та шулай. Өс тиҫтә йыл дауамында Украинала Рәсәйгә ҡаршы көслө мәғлүмәти эш алып барылыуы һиҙелеп тора. Ун:да балалар баҡсаһынан алып Рәсәй халҡына нәфрәт тәрбиәләнә. Кешеләрҙе ҡот осҡос итеп язалаған Бендераны “герой” итеп иғлан иткәстәр, уларҙың ниндәй кимәлгә барып етеүен аңлайһығыҙҙыр. Фашизмдың яңынан килеп сығыуын улар ҡалдырып киткән бүлмә-баҙҙарҙы ҡарап та аңланым. Сөнки унда Рәсәйгә ҡаршы яҙылған тарих китаптарын ғына түгел, ә фашистар нисек тотҡондарҙы язалағандар, шундай язалау урындарын да күрҙек. Хаттин ашҡан нацистар юҡ ителергә тейешлеген һәр кем аңлайҙыр, кире осраҡта уларҙың тағы ниҙәргә барып етәсәге көн кеүек асыҡ.

- Украинаның иҡтисади хәленә ниндәй баһа бирер инегеҙ?

- Ваҡыт туҡтап ҡалған кеүек: иҫке техника, беҙҙең “Жигули”, “Москвич”тар. Эш хаҡы беҙҙең аҡса менән 5 мең самаһы, пенсия 1800 һум. Рәсәйгә ҡушылған төбәктәрҙә халыҡ беҙҙең илдәге кеүек эш хаҡы, пенсия алып “беҙ бындай аҡса алғаныбыҙ юҡ ине” тип һөйөнгәнен күрергә тура килде. Бер яҡтан уларҙы Польша баҫып алып барғаны ла бер кемгә лә сер түгелдер. Сөнки поляктарға Украиналағы бар вазифалы һәм аҡсалы урындарҙы ла биләргә рөхсәт ителгән. Украиндар үҙҙәре: “Пояктар беҙҙе ҡаҡшатты. Ябай халыҡты ныҡ мыҫҡыл итәләр”,-тип зарлана. Шул уҡ ваыҡтта СССР заманында Украинаға ныҡ иғтибар бирелгәне, үҙҙәренә күп аҡса һалыныуын да һағынып һөйләйҙәр.

- Улдарының махсус операцияла икәнлеген осраҡлы рәүештә белеп ҡалғандар бар.

- Эйе. “Себергә эшкә киттем” тип хушлашып сығып китеп, Украинаға барырға контракт төҙөгән ир-егеттәр күп. Улар менән һөйләшеп, яҡындарына хәбәр итергә күндерергә тырышам. Улар ата-әсәһе, ҡатыны, балалар борсолмаһын өсөн яуҙа йөрөгәнен әйтмәҫкә тырыша.

- Һеҙҙең яугирҙәр менән төшкән фотоһүрәттәрегеҙҙе күреп ҡалам. Егеттәребеҙ йөҙҙәрен йәшермәй...

- Яугирҙәребеҙ фотоһүрәткә төшөү өсөн районыбыҙҙың, республикабыҙҙың байраҡтарын һорай. Күптәре милли бүректәрҙә фотоға төшә. Был уларға рух көсө, ғорурлыҡты тағы нығыраҡ өҫтәй. “Егеттәр, йөҙөгөҙ асыҡ бит”,-тиеүемә, “Ә беҙ хаҡлы юлдабыҙ һәм бер ниҙән дә ҡурҡмайбыҙ. Ни өсөн беҙ йөҙөбөҙҙө йәшерергә тейеш? Дуҫтар ҙа, дошмандар ҙа күрһен!”-тип белдерә.

-Яуҙа булған ир-егеттәрҙең яҡындарына ниҙәр әйтер инегеҙ?

-Терәк-таяныс булығыҙ беҙҙең егеттәргә! Йортта ниндәй генә хәл килеп тыумаһын, проблемаларҙы уларҙың өҫтөнә ауҙармағыҙ. Был бигерәк тә яугирҙәрҙең ҡатындарына, һөйгән йәрҙәренә ҡағыла. Юғиһә, “айырылам” йәки “икенсе кешене яраттым” тип шылтыратҡан ҡатын-ҡыҙҙар осрап ҡуя. Һуғыш эсендә йөрөгән ир-егеттәргә ундай “яңылыҡты” ауҙармағыҙ. Сабыр булығыҙ. Ҡайтыр, һөйләшерһегеҙ, аңлашырһығыҙ. Бер фашист та еңә алмаған егеттәребеҙҙе шундай һүҙегеҙ менән юҡҡа сығарыуығыҙ бар.

- Егеттәр менән элемтә булмауына зарланыусылар күп.

- Кәрәҙле телефон тик хәүефһеҙ урында рөхсәт ителә. Уның буйынса дошман яугирҙәрҙең урынын еңел билдәләй ала. Шуға күрә сабыр булығыҙ, көтөгөҙ. Мөмкинселек булыу менән шылтыратырҙар.

- Һеҙ оҙаҡҡа ҡайттығыҙмы?

- Юҡ, ошо арала кире юлға сығам.

- Тағы әйтер һүҙҙәрегеҙ, теләктәрегеҙ?

- Яугирҙәребеҙгә күстәнәс ебәргәндә кипкән ҡорот, ҡаҡланған ҡаҙы ебәрһәгеҙ бигерәк шәп буласаҡ. Сөнки ошо милли ризыҡтарыбыҙ һаулыҡ өсөн дә шифалы, туҡ та тота. Яугирҙәребеҙгә доғалар ҡылығыҙ, уларға тик матур һүҙҙәр еткерегеҙ. Ир-егеттәребеҙ: “Тыуған яғыбыҙға, туғандарыбыҙға ҡайнар сәләмебеҙҙе әйтегеҙ. Беҙҙең барыһы ла яҡшы, еңеү менән ҡайтырбыҙ, борсолмаһындар”,-тигән ҡайнар сәләмдәрен еткерергә ҡушты.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, хәҙрәт. Һеҙ ҙә яугирҙәребеҙгә тыуған еребеҙҙең һағышлы сәләмен еткерегеҙ, барығыҙҙың да имен-һау әйләнеп ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина әңгәмәһе.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: